Кушнаренко районы хужалыҡтарында мал аҙығын әҙерләү һәм баҫыуҙарҙы химик эшкәртеү иғтибар үҙәгендә

Кушнаренко районы хужалыҡтарында мал аҙығын әҙерләү һәм баҫыуҙарҙы  химик эшкәртеү  иғтибар үҙәгендә 03.06.2015

Мал аҙығы культуралары 12 800 гектарҙы тәшкил итә. Был дөйөм сәсеү майҙанының 20 проценты. Күп йыллыҡ үләндәрҙән кәзә үләне 500 гектар майҙанда үҫтерелә.

Кәзә үләне сәскәгә бөрөләнгәнсе  үк сабылырға тейеш. Шулай иткәндә  үләндең файҙаһы күберәк була. Протеиндарға бай һәм юғары уңышлы культуранан 15 йыл дауамында, йәй барышында өс тапҡыр сабып, мул бесән  алырға мөмкин. Кушнаренко районының «Девонторг» яуаплығы сикләнгән йәмғиәттә тап ошо мал аҙығын үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелә.
Радим Фәттәхов, Кушнаренко районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы баш зоотехнигы:  «Уның файҙалы элементтарын, протеиндарын юғалтмаҫ өсөн ҡыҫҡа ваҡытта йыйып аларға кәрәк. Бер мал башына 35-32 дана мал аҙығы етештерергә тырышабыҙ».
Кушнаренко уңғандары киләһе йылғы уңышты бөгөндән хәстәрләүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Уның өсөн  һөрөнтө ерҙәрҙе ял иттереп алыу зарур, ти, белгестәр. Яңынан һөрөләсәк баҫыуҙа  сүп үләндәрен булдырмауҙы  химик эшкәртеү ярҙамында хәл итәләр.  «Томан» универсаль һиптереү ҡоролмаһы ла тап ошо маҡсатта ҡулланыла.
Әлмира Шафиҡова, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге  федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Кушнаренко районы буйынса етәксеһе: «Баҫыуҙарға сығып анализдар алабыҙ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр анализ эшләгәс, ниндәй препарат ҡулланыу кәрәклеге тәҡдим ителә. Райондың барлыҡ хужалыҡтары ла беҙҙең тәҡдим буйынса эшләй».
Был баҫыуҙар глифосат препараты ярҙамында эшкәртелә. Шулай иткәндә сүп үләндәренең тамыр системаһы ҡорой. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге белгестәре һәр хужалыҡта  ерҙәрҙе ваҡытында тикшереү эштәрен үткәрергә тәҡдим итә. Химик эшкәртеүҙә   заман талаптарына яуап биргән ысулдар ҡулланғанда бойҙай  һәм башҡа иген культураларына икмәк бөрсәһе лә зыян итә алмаясаҡ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку