Краснокама районының "Восход" хужалығында электрон көтөүсе эшләй башланы

Краснокама районының "Восход" хужалығында электрон көтөүсе эшләй башланы 26.07.2017

Был автоматлаштырылған система ферма етәкселегенең эшен күпкә еңеләйткән, иҡтисади сығымдар ҙа  кәмеүгә бара. Әлегә электр сымдары менән уратылған 9 гектар биләмәлә 300-гә яҡын һыйыр малы көтөлә.

Краснокама районының "Восход" хужалығында  230 һауым һыйыры иҫәпләнә, ферма Илеш һөт комбинаты менән хеҙмәттәшлек итә. Машина менән һауыу операторы Сулпан Ғәлимйәнова әйтеүенсә,  һөттөң ҡуйы һәм туҡлыҡлы булыуы малдың фураж менән тәьмин ителеүенә бәйле.

Ҡалған 200 литр быҙауҙарға тәғәйенләнгән. Ферма мөдире әйтеүенсә, быйыл ҡоролоҡтоң булмауы - һөт етештереү күләменең артыуына килтергән.

Хужалыҡ даитми үҫеш юлында, урындағы етәкселек эштә яңы алымдар ҡулланыу яҡлы. Ялан биләмәһен электр сымдары менән уратып алып, малдарҙы шунда ебәргәс, көтөүселәрҙең дә эше  кәмегән. Сымдарҙағы көсөргәнеш ни бары 12 вольт, әммә хайуандарға ошо ғына ток та  етә. Бер ауыҙы бешкән малҡай икенсегә электр кәртәһен үтеп ҡарарға баҙнат итмәй. Көтөүселәр яңылыҡты ыңғай ҡабул иткән, сөнки эҫелә йөрөүе  лә анһат түгел.

Йәйләү осоро менән бер рәттән баҫыуҙа ла ҡыҙыу эш мәле. Әлегә ҡышҡылыҡҡа мең ярым тонна сенаж, 100 тонна бесән әҙерләнгән.

Краснокама районы хужалыҡтарында бөгөнгә 49 мең тонна сенаж һалынһа, бесән 9 меңдән ашыу тонна әҙерләнгән. Ауыл эшсәндәре   баҫыу эштәрен аяҙ көндәрҙә  тиҙерәк тамамларға өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку