Краснокама районында берҙән-бер һөт заводы эшләй

Краснокама районында берҙән-бер һөт заводы эшләй 09.04.2015

Төбәктә әйҙәүсе предприятиеларҙың береһе һаналған хужалыҡта беҙҙең хәбәрселәр ҙә булды.

Һөт заводының «Алға» тоҡомсолоҡ  ауыл хужалығы кооперативына яҡын урынлашыуы уңайлы. Бында яңы һауылған һөттө иртәнге һигеҙҙә үк алып килеп, әселеген һәм ҡуйылығын билдәләйҙәр. Уның тәме һәм сифаты  тикшерелә.
Екатерина Завьялова, технолог: «Беҙгә таҙа, ҡуйы һөт килтерелә. Ул заманса лаборатория тикшереүҙәре үтеп, заманса технологиялар буйынса эшкәртелә. Төп маҡсатыбыҙ сифатлы һөт аҙыҡтары етештереү».
Артабан  һөт эшкәртеүгә ебәрелә, сипараторға оҙатыла. Айыртылған һөт махсус һауыттарҙа һыуытыла һәм кефир, ҡаймаҡ өсөн ойотола. Заводта эремсек тә етештерелә.
Илмира Кәшәфетдинова, һөт заводы хеҙмәткәре: «Һөттө стерилләйбеҙ, айыртабыҙ, артабан ойотоп төрлө аҙыҡтар етештерәбеҙ. Әҙер продукция төрөү бүлегенә оҙатыла».
Ойошма тулыһынса автоматлаштырылған булһа ла, бында ҡул хеҙмәтенә лә урын бар. Операторҙар эш тәртибен күҙәтһә, хеҙмәткәрҙәр әҙер продукцияны ҡаптарға төрөп базаға оҙата. Унан һөт аҙыҡтары һатыуға сығарыла.
Илшат Вахитов, һөт заводының башҡарма директоры:  «Ойошмала стерилләнгән һөт, кефир, ҡаймаҡ, эремсек һәм май етештерелә. Продукция Нефтекама ҡалаһы менән Татарстан Республикаһы райондарына һатыуға сығарыла. Яҡын киләсәктә сауҙа нөктәләребеҙҙе Ҡазан, Яр-Саллы һәм Өфө ҡалаларында ла асырға ниәтләйбеҙ».
Һөт  сифатлы аҙыҡ-түлек булып өҫтәлдәргә барып етһен өсөн хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре күп көс һала. Үҙҙәре үк бесән әҙерләп, ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереләр. Ә малдарҙы комплекслы туҡландырыу үҙ һөҙөмтәһен бирә.  Яҡшы күрһәткес булараҡ.
Миләүшә Хабилова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика