Краснокама районы хужалыҡтары ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын етерлек кимәлдә әҙерләгән

Краснокама районы хужалыҡтары ҡышҡылыҡҡа  мал аҙығын етерлек кимәлдә әҙерләгән 05.12.2017

«Раздолье» хужалығында ғына быйыл йәй 700 тонна бесән, өс тоннаға яҡын сенаж һәм силос тупланған.

Был  йыл ярымлыҡ запас тигән һүҙ. Фермала 550 баш эре мөгөҙлө  мал тотола, уларҙың 230-ы һауын һыйырҙары. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, һауым күрһәткестәре артҡан. Был тәү сиратта тоҡомло малсылыҡ менән шөғөлләнә башлауға бәйле. Йыл аҙағына тиклем хужалыҡ етәкселеге шулай уҡ һөт һыуытҡысы һатып алырға йыйына.
Зәфил Нурлыев, хужалыҡ етәксеһе: «Малдарҙы көн һайын яланға, иреккә сығарабыҙ. Уларҙы бесән, һалам, тоҙ менән тәьмин итәбеҙ. Киләсәктә хужалыҡтың финанс хәлен яҡшыртыу өсөн һөт, ит етештереүсәнлеген арттырырға ниәтләнәбеҙ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку