Кооперативтарға берләшеү ауыл хужалығында тауар етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк

Кооперативтарға берләшеү ауыл хужалығында тауар  етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк 07.03.2017

Благовар, Кушнарен, Нуриман, Ауырғазы, Саҡмағош райондары эшҡыуарҙары йылдан ашыу берләшеп эшләп ҡараған.  Күмәкләп эшләү яҡшы һөҙөмтәләр биргән. Кооперативты юридик  яҡтан нығытып протокол төҙөү өсөн улар Өфөлә йыйылышты. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары,эшҡыуарҙар  «Йәнле ауыл» кооперативы аҫтында эшләйәсәк.  

Алда торған төп бурыстарҙың береһе -  мал һанын күбәйтеү һәм  һөт етештереүҙе арттырыу. Әлегә крәҫтиән фермер хужалыҡтары продукцияһын һөт комбинаттарына тапшыра. Киләсәктә һөт эшкәртеү цехтары асыу күҙаллана. Йүнселдәр кооперацияға берләшеүҙең тик ыңғай яҡтарын ғына билдәләй.            
Ринат Мамаев, эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙәге идарасыһы: «Ауыл хужалығы йүнәлешендә айырым ғына эш алып барыу үтә лә ауыр. Малдарға ниндәй аҙыҡ ашатырға кәрәклегенән алып, продукцияны  һатыуға сығарғанда ниндәй һауытҡа һалып биргәнгә тиклем уйларға, эште ойошторорға кәрәк. Кооперацияла был эш менән белгән кешеләр шөғөлләнә һәм һәр кем үҙенең ҡулынан килгәнен  башҡара. Шуға ла был агро-проект бик отошло тип һанайбыҙ».
Кооперация эше эре ойошмаларҙы берләштереүгә генә ҡайтып ҡалмай.Саҡмағош районы Бәрҙәсле ауылында, мәҫәлән,кооператив шәхси хужалыҡтар менән эш алып бара.Ауыл халҡы һөт тапшырып ярайһы ғына килем алыуға өлгәшә.Продукция Өфөләге «Йәнле ауыл» магазины кәштәләренә ҡуйыла,шулай уҡ Спорт һарайы алдында палаткала һатыла.Был алым ҡалала йәшәүселәрҙе сифатлы, натураль  продукт менән тәьмин итергә, ә  ауыл халҡына  етештергән аҙыҡ-түлеген баҙарға сығарып өҫтәмә килем булдырырға ярҙам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика