Комбайндан өр-яңы «Нива»ға 03.11.2016

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре араһында үткән «Уңыш 2016» конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иң яҡшы комбайнсы, водитель һәм тракторсыға автомобиль вәғәҙә ителгәйне. Һәм бөгөн ураҡ һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүселәр баһаланды. 10 кеше машина менән бүләкләнде.

Ураҡ мәлендә һәр минут ҡәҙерле. Динар Хамматовтың бөтә иғтибары баҫыуҙа. Ашлыҡ  өлгөргән, уны юғалтыуһыҙ йыйып алырға кәрәк. Динар Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курсын тамамлаған. Механика факультетында уҡыусы студенттың икенсе рәттән йәйе баҫыуҙа үтә. Ул «Центральная» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Дүртөйлө филиалында практикала. Быйыл егет 1343 тонна иген һуҡҡан.
Был күрһәткесе өсөн Динар өр-яңы автомобилгә лайыҡ булды. Ул студенттар араһында иң яҡшы комбайнер тип танылды. Урып-йыйыу эштәре ҡыҙған ваҡытта бер ниндәй ҙә на награда тураһында уйламаным, ти егет.
Әйткәндәй, тәүге автомобилен дә Динар йәйге практика осоронда эшләгән аҡсаға һатып алған. Шулай итеп, ауыл хужалығында хеҙмәт итеү матди яҡтан да һөҙөмтәле булыуы мөмкин, ти егет. Быйыл республика аграрийҙары ысынлап та, ең һыҙғанып эшләгән. Уртаҡ башланғыс менән улар 3 миллион 250 мең тоннан ашыу иген үҫтергән. Урал аръяғы ла һынатмаған. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары дөйөм уңыштың 12 проценты йыйып алған. Иң мөһиме, ураҡ эштәре ваҡытында тамамланды тип билдәләй төбәк етәксеһе.  
Урып-йыйыу юғары темпта барыуына һауа торошонан тыш, эшсәндәр өсөн иғлан ителгән конкурс та булышҡан. Бөгөн тырыш хеҙмәте өсөн автомобилдәр менән бүләкләнеүселәр араһында 4 мең тоннанан ашыу иген һуҡҡан, 5 мең гектарға яҡын майҙанда ашлыҡ сапҡан механизаторҙар бар. Конкурс ауыл эшсәндәренә сәм өҫтәүен предприятие етәкселәре лә билдәләй.
Конкурстың артабан да үҫешеп, яңы рекордтарға килтерәсәгендә шик юҡ. Рөстәм Хәмитов һәр районға хеҙмәт алдынғыларын шулай уҡ үҙаллы бүләкләргә тәҡдим итте. Ә инде байрам ҡунағы, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының үҫемселек департаменты директоры Петр Чекмарев был тәжрибәне илдең башҡа төбәктәрендә тормошҡа ашырырға кәрәк тип иҫәпләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика