Кисә республика аграрийҙары 60 мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен тамамлаған

Кисә республика аграрийҙары 60 мең гектар майҙанда сәсеү эштәрен тамамлаған 27.04.2016

Яҙғы кампания сиктәрендә 110 мең гектар сәселгән, был пландың 5 процентын тәшкил итә. Ауыл хужалығы министрлығы аграрийҙар алдында тәүлегенә 100 мең гектарҙы эшкәртергә кәрәк тигән бурыс ҡуя. Әле хужалыҡтар башлыса бойҙай, һоло, арпа кеүек яҙғы культуралар менән эш итә, шул уҡ ваҡытта уларҙың ҡайһы берәүҙәре көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрөнә лә тотонған. Улар рәтендә Ҡырмыҫҡалының «Шайморатов» хужалығы ла бар.

Орлоҡ ташыусы автомобилгә тынғы юҡ. 6 метр киңлектәге сәсеү комплексы уны баҫыуҙы ике урағанда  бушата тиерлек. Ҡеүәтле техника бер ыңғай 34 рәтте солғай, бынан тыш, комплекс баҫыуға культивация үткәреп өлгөрә, шунда уҡ орлоҡтарҙы күмеп тә бара. Етештереү ҡеүәте юғары булған техника эште күпкә еңеләйтә.
Ҡырмыҫҡалының «Шайморатов» хужалығында ошондай ике сәсеү комплексы алмашлап, тәүлек әйләнәһенә эшләй. Әле аграрийҙар арпа кеүек иртә культураларҙы сәсә.
Быйыл «Шайморат»тар баҫыуға 11 апрель сыҡҡан. Был үткән йылдар менән сағыштырғанда, аҙна-ун көнгә иртәрәк тип билдәләйҙәр хужалыҡта. Быға һауа шарттарының яҡшы булыуы булышҡан. Көндәр йылытып ер кәрәкле булған температураға еткән, дым ҡаплау эштәре лә инде тулыһынса тамам. Бары тик сәсеүҙе теүәлләргә кәрәк.
Йәнәшәлә генә сөгөлдөр сәселә. Быйыл хужалыҡта татлы тамырға 310 гектар майҙан бирелгән. Уңыш яҡшы булыр тип көтөлә, хужалыҡ сит илдә етештерелгән ҡиммәтле орлоҡтар ҡуллана. Гектарына, аҡсаға күсергәндә, орлоҡ буйынса ғына 10 мең һум самаһы китһә лә, сығымдар аҡлана тип билдәләйҙәр бында.
Республика хужалыҡтарының элита сортлы орлоҡтар ҡулланыуын Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы ла маҡсат итеп ҡуя. Ҡабул ителгән программаға ярашлы, улар һәр хужалыҡта дөйөм орлоҡ фондының кәмендә 15 процентын тәшкил итергә тейеш.  
Шулай уҡ ауыл хужалығы министрлығы аграрийҙарҙы сөгөлдөр сәсеүҙе әүҙемләштерергә саҡыра. Был эштәр өсөн климат шарттары әле яҡшы, хәҙер үк башлағанда иртәрәк тамамлап, уңышты ла ваҡытында йыйып алырға була. 15 майға тиклем хужалыҡтар яҙғы культураларҙы сәсеп бөтөп, ай уртаһынан кукурузға тотонорға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку