Киләһе йыл продуктив йылҡысылыҡ буйынса конкурс-семинарҙы Баймаҡ районы ҡабул итәсәк

Киләһе йыл продуктив йылҡысылыҡ буйынса конкурс-семинарҙы Баймаҡ районы ҡабул итәсәк 11.07.2015

Был турала ай башында Әлшәйҙә уҙғарылған сара һөҙөмтәләре буйынса билдәле булды. Унда иң оҫта ҡымыҙ бешеүсе тип Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында йәшәүсе Әҡлимә Әфләтүнова танылды. Еңеүсе өс йәшлек бейә һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған 30 ҡымыҙ бешеүсе араһында иң оҫта исеменә лайыҡ булыу ҙур дәрәжә. Ләкин миҙалдың икенсе яғында тырышлыҡ һәм хеҙмәт, ти Әҡлимә Әфләтүнова. Конкурс инде тамам, ә геройыбыҙ йәнә эшенә тотона. 10 баш йылҡы малы аҫыраусы ғаилә өсөн был малҡайҙар ғүмерлек  юлдаштары.
Оҫтаның фекеренсә, тәү сиратта йылҡыны яратып тәрбиәләү мөһим. Сөнки мал  үҙенә булған мөнәсәбәтте һиҙеп тора. Уны иркәләтеп, йылы һүҙ  ҡушып торһаң, һөттө лә мул бирә, ҡымыҙ ҙа тәмле була. Әйткәндәй, Әлшәйҙә үткән конкурста ҡымыҙҙың сифатын махсус комиссия тикшергән. Эсемлектең тәме, составы ла иҫәпкә алынған. Шулай ҙа  иң мөһим компонент оҫтаның күңеле, ти бәйгеселәр.
Унынсы тапҡыр үткән конкурс-семинарҙың маҡсаты төбәктең бренды булған ҡымыҙ сифатын яңы кимәлгә сығарыу. Сөнки баҙар шарттарындағы конкурентлы көрәштә продукция юғалып ҡалырға тейеш түгел. Бының өсөн етештереү базаһын яңыртырға, мал аҙығын яҡшыртырға кәрәк. Семинарҙа ҡатнашыусылар сара сиктәрендә тармаҡтың алдынғы хужалыҡтары менән дә танышты.  
Яңы тәжрибә артабанғы эшемдә мотлаҡ кәрәк буласаҡ, ти оҫтабикә. Әле уның рецепттар китабында ҡымыҙҙың емеш-еләк ҡушылғаны, майлы эсемлек  һәм башҡа төрҙәре лә бар. Исемлекте артабан да киңәйтергә иҫәп тота Әҡлимә Әфләтүнова. Тәжрибә  һөҙөмтәләре киләһе йыл билдәле буласаҡ.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку