Киләһе аҙнанан Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы һөт етештереүселәргә продукция өсөн субсидия күсерә башлай

Киләһе аҙнанан Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы һөт етештереүселәргә продукция өсөн субсидия күсерә башлай 15.04.2016

Һуңғы үҙгәрештәргә ярашлы, иң ҙур ярҙамды уңышлы эшләүсе йүнселдәр ала. Был турала һүҙ бөгөн Салауат районында үткән фермерҙар съезында һүҙ барҙы. Ведомство белгестәре йүнселдәргә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн технологияны теүәл үтәү, ә инде продукцияны баҙарға сығарыу өсөн берләшергә кәңәш итте.

Әле Игорь Хәбибуллин малдарын үҙ көсө менән ҡарай. Хәйер, ярты йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән фермер хужалығы әле ике һауын һыйырҙан ғына ғибарәт. Ләкин киләсәктә Игорь мал башын ике тиҫтәгә еткерергә иҫәп тота. Сөнки тик был осраҡта етештерелгән продукция тотороҡло ихтыяж менән файҙаланасаҡ.
Етештереү күләмен арттырып  сауҙа баҙарын яулауҙың тағы бер юлы ул копперативтарға берләшеү. Республикала ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү программаһы сиктәрендә ойошоусыларға ярҙам да ҡаралған. Мәҫәлән, эре һәм ваҡ мал, ҡош-ҡорт итен эшкәртеү  цехтарын, үҫемселек менән шөғөлләнеүселәр өсөн иген киптергестәр булдырыу. Тап ауыл хужалығы предприятиелары өсөн ҡаралған субсидиялар күплеге тармаҡҡа яңынан-яңы йүнселдәрҙе йәлеп итә.  
Фермерҙар дәүләттән алған төп ярҙам - эшкәртелгән һәр гектар өсөн субсидия. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары башҡалар менән сағыштырғанда, уны 15 процентҡа күберәк тә ала. Бынан тыш, зона буйынса уңышты башҡаларҙан күберәк йыйған хужалыҡтарҙың ставкаһына тағы 25 процент өҫтәлә. Ҡыҫҡаһы, йүнселдәр өсөн бөтә шарттар бар. Ләкин эшләргә теләүселәр унһыҙ ҙа уңышҡа өлгәшә ала. Әйтәйек, райондың "Урал" хужалығы әле грант алғаны юҡ, шуға ҡарамаҫтан, ит һәм һөм продукцияһын етештереүсе предприятие баҙарҙа ныҡлы урын тота.
Эш башларға тороусы һәм инде ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү, методик ярҙам күрһәтеү көн талабы. Фермерҙарҙы ауыл хужалығы министрлығы бергә йыйҙы. Улар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышып, белгестәргә һорауҙарын бирҙе. Ведомство вәкилдәре район йүнселдәренә картуф үҫтереү, тәбиғи шарттарҙан файҙаланып балыҡ үрсетеүгә иғтибар бүлергә кәңәш итте. Йәшелсә-емеш үҫтереү ҙә бөгөн килемле шөғөлдәр рәтендә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку