Хужалыҡтар тәжрибә уртаҡлаша 16.12.2015

Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында малдарҙы ҡышлатыу мәсьәләләре буйынса семинар үтте. Кәңәшмәлә  ҡатнашыусылар хужалыҡтың  Таулыҡай һәм Сыңғыҙ  ауылдары фермаларын ҡараны, мал ҡышлатыу барышы, эш тәжрибәһе менән танышты.  

Районда алдынғы хужалыҡтарҙың береһе Ленин исемендәге АХК-да бөгөнгө көндә барлығы 1300 баш мал аҫырала. Бында һөт етештереү кеүек мөһим тармаҡҡа айырым иғтибар бүленә. Рацион төрлөлөгө, һутлы аҙыҡ һәм бесән-һаламдың, фураждың етерлек күләмдә булыуы юғары һауымға өлгәшеү мөмкинлеге бирә. Көнөнә 4 тоннанан ашыу аҡ һауып тапшырыла. Алда яуаплы имтихан – малдарҙы юғалтыуһыҙ ҡышлатыу бурысы тора. Бының өсөн хужалыҡ тулыһынса әҙер.

Бөгөн хужалыҡтар алдындағы мөһим мәсьәлә – мал һанын кәметеүгә юл ҡуймау. Айырыуса яһалма ҡасырыу эшенә иғтибар йүнәлтеү зарур. Быҙауҙар  юҡ икән,тимәк хужалыҡтың киләсәге лә юҡ тигән һүҙ. Шуға күрә Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу йәһәтенән дә эштәр ойошҡанлы бара. Хужалыҡ  осеменаторы Гөлшат Исмәғилева  быҙауҙар һанын арттырыу - уның хеҙмәтенә туранан-тура бәйле икәнен яҡшы белә. 

Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Сыңғыҙ ауылындағы фермаға юлланды.  Бөгөнгө көндә бында   430-ҙан ашыу эре мөгөҙлө мал  иҫәпләнә. Малдар ҡышҡыға аҙыҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән.  Һауын буйынса ла хужалыҡ былтырғы йыл менән сағыштырғанда, күпкә артҡан. Мал торған урындарҙа ла быйыл  ярайһы уҡ  күп эштәр башҡарыла, киләһе  йыл  фермала  һөт  үткәргес  урынлаштырасаҡбыҙ, ти баш зоотехник Ҡәйүм Уразбаев.  

Семинарҙың пленар өлөшө Сыңғыҙ мәҙәниәт усағында дауам итте. Бында малсылыҡтың  эшенә йомғаҡ яһалды. Семинар – кәңәшмәлә ҡатнашыусылар,  алдынғы хужалыҡтың  базаларында булып, быға үҙ баһаһын ҡуйҙы, үҙҙәренә тәжрибә тупланы.   


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика