Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте 26.02.2016

Әбйәлил районында йыл дауамында  юғары уңышҡа ирешеүсе хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү  матур йолаға әүерелгән.  

Йыл йомғаҡтары төбәктә ит, һөт, иген етештереү күрһәткестәре артыуын дәлилләй,  мал аҙығы ла етерлек күләмдә  әҙерләнгән. Баҫыуҙарҙан гектар ҡеүәте 18,2 центнер менән  91 мең тоннанан ашыу иген йыйып алынған. Район иҡтисадына крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла үҙ өлөшөн индергән.  Төбәк уңғандары Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнде. Бынан тыш, былтыр республика бәйгеләрендә призлы урын яулаусылар, райондың 85 йыллыҡ юбилейына арнап сығарылған «Әбйәлил энциклопедияһы»н нәшер итеүҙә ҡатнашыусылар, төбәктә рухи-әхләҡи тәрбиә эшенә тос өлөш индереүселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Рәсәйҙә иң төҙөк ауыл тип табылып, беренсе дәрәжә дипломға эйә булған Асҡар ауыл биләмәһе лә айырым билдәләнде.  Тантана байрам концерты менән  тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку