Хәйбулла районында ла яҙғы сәсеү эштәре аҙағына яҡынлаша

Хәйбулла районында ла  яҙғы сәсеү эштәре аҙағына яҡынлаша 26.05.2017

Район  хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм сәсеүлек майҙанының 90 процентттан ашыуында   сәсеү  тамамланған. Әммә  һауа температураһының майҙа  сағыштырмаса түбән булыуы  эш барышына үҙгәрештәр индергән.

Был шытымдар бынан егерме көн элек сәселгән. Улар баш ҡалҡытып ярайһы бейеклеккә күтәрелгән. Фермер хужалығы етәксеһе Әмир Шәйәхмәтов билдәләүенсә,  дым етерлек, әммә көндәр һалҡын. Шуға күрә шытымдар әллә ни ҙурая алмай.  Шулай ҙа  түбән һауа температураһының үҫентеләргә  ыңғай яғы ла бар, эҫелә үрсегән төрлө ҡоротҡостар шытымдарға ҡамасаулай алмай.  
Һуңғы көндәрҙә төндә  һауа температураһының түбәнәйеүе күҙәтелде. Был  баш ҡалҡытып өлгөргән шытымдарға ҡырау һуғыу ҡурҡынысы тыуҙырҙы. Әммә  Урал аръяғының   үҙенсәлекле шарттарына  үҫентеләр ҙә яраҡлашып бөткән, күрәһең. Һауа торошо биш градусҡа тиклем һыуытһа ла улар ҡырауға бирешмәгән.
Әмир Шәйәхмәтов, фермер, ауыл хужалығы фәндәре  кандидаты: «Тупраҡта урыны менән өс -биш тирәһе һалҡындар күҙәтелде. Әммә үҫентеләрҙең һабаҡтары ла, тамыры ла зыянламаған. Халыҡ күҙәтеүҙәренән сығып, май һалҡын килһә иген уңа тигән һынамыш та бар».
Быйыл майҙың тәүге аҙнаһында ямғыр яуыу сәбәпле, баҫыу эштәре тотҡарланған. Әммә аграрийҙар мең өс йөҙ гектарҙа ҡаралған сәсеү эштәрен ваҡытында тамамларға иҫәп тота. Игенселәр өсөн иң мөһиме иген бешһен өсөн июлдең ҡояшлы булыуы.
Хәйбуллала һауа шарттары сәсеү кампанияһына быйыл бер ни тиклем үҙ төҙәтмәһен индерҙе. Тиҫтә йылдар дауамында ҡоролоҡто ла, мулллыҡты ла күргән Хәйбулла аграрийҙары быйыл да мул уңышҡа өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку