Хәйбулла районынан алтмыштан ашыу йылҡы малы урланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде

Хәйбулла районынан алтмыштан ашыу йылҡы малы урланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде 11.12.2016

Өйөрҙө эҙләп сыҡҡан кешеләрҙе эҙҙәр күрше Ырымбур өлкәһенә илткән. Был аҙнала иһә аттар табылды тип хәбәр иттеләр. Ләкин өйөрҙөң өстән бер өлөшө генә. Ҡалғандарын бурҙар һуйып һатып та өлгөргән.  Тик бына барымтаһы булды, ә ҡарымта үтәлмәне. Енәйәт өсөн язаға тарттырылыусылар юҡ. Булмаясаҡ та, ти район халҡы. Хоҡуҡ һаҡлау органдары бер ниндәй ҙә эш ҡуҙғатмаған. Халыҡтың күҙ йәштәрен береһе лә күрергә теләмәй. Ә үҙебеҙ башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетәбеҙ тигән булабыҙ. Юғалған йылҡы малдары ла бит Баймаҡ һәм  Хәйбулла райондарынан ябай башҡорт тоҡомло булған. Был бер. Икенсенән бит ауыл кешеһе өсөн йылҡы ашатыусы ла, техника ла. Юғалтыу хаҡы  ҙур. Урланған алтмыш йылҡы өсөн кем яуап бирер?  Ҡарымта яһалырмы?

Һуңғы йылдарҙа малдарҙың күпләп юғалыуы республиканың Урал аръяғы төбәктәрендә йәшәүселәрҙе оло хафаға һалды. Әлеге ваҡытта Әбйәлилдә 40, Баймаҡта 20, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында 15-ләп йылҡыны таба алмайҙар. Ноябрь уртаһында Хәйбулла районы Әбделнасир ауылындағы йылҡы өйөрөнән дә алты тиҫтә самаһы ат юғалған. Полиция хеҙмәткәрҙәре хужалар  менән бергә йылҡыларҙы Ырымбур далаларында эҙләй. Сөнки урындағы ҡаҙаҡтарҙың элек-электән башҡорт аттарын ҡыуып алып китеүе бер кемгә лә сер түгел.
Ысынлап та,  урланған аттар ике аҙнанан Яңы Орск районындағы ауылдарҙың береһе янында табыла. Билдәһеҙ кешеләр йылҡыларҙы Урал йылғаһындағы шырлыҡ менән ҡапланған утарҙа бикләп тотҡан. Әммә хужалар барып етеүгә кәртәлә 20 аттың ғына ҡалыуы асыҡлана. Ҡалғандары һуғымға һатылған тигән мәғлүмәттәр бар.
Юғалған аттарҙың хужалары барыһы ла тиерлек ябай ауыл кешеләре, уларҙың күбеһе йәштәр. Бындай күренеш төбәктең
иҡтисади үҫешенә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә һәм  ғаиләләрҙең финанс хәленә лә кире йоғонто яһай. Йылҡыларҙың юғалыуында хужаларҙың да ғәйебе ҙур. Сөнки аттар ҡыш буйы тибендә йөрөй. Ә инде ҡураларға бикләү өсөн ҙур күләмдә  мал аҙығын хәстәрләргә кәрәк. Шулай уҡ бикле торған бейәләр ҡолон һала башлай, ә яҙ етеүгә күтәрткән осраҡтар ҙа йыш теркәлә.  
Заманса ҡорамалдар ярҙамында аттарҙың юғалыуын бәлки, иҫкәртергә лә мөмкин булыр ине. Һәр хәлдә, хәҙер ҡайһы бер хужалар малдарын ҡырға ҡыуғанда муйындарына микрочип беркетеп сығара. Һуңынан GPS ҡоролма ебәргән сигналдар аша малдарының ҡайҙа йөрөгәнен компьютер аша күҙәтеп бара. Ошондай үҙенсәлекле ҡоролманы республикала тәүге булып бер нисә йыл элек Учалы районынан Радмир Бирғәлин уйлап тапты.  
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ҡоролмаларға ла тулыһынса ышанырға ярамай. Сөнки күптән түгел Әбйәлил районында юғалған өйөр айғырының  муйынына ла ошондай микрочип тағылған булған. Әммә йылҡы бурҙары уны Силәбе сигендә ташлап киткән. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре юғалған аттарҙы эҙләү менән мәшғүл.  
Әлбиттә, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә бар. Күпселек осраҡта йылҡыларҙы төнгө ваҡытта урлайҙар. Шуға ла ауыл кешеләренә эңер төшкәндә айырыуса иғтибарлы булыу талап ителә.  Ә инде Хәйбулла районында аттарҙың юғалыу осрағы буйынса тикшереү дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика