Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда «Алтын көҙ» байрамы үтте

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда «Алтын көҙ» байрамы үтте 29.09.2017

Унда оло быуын вәкилдәре баҡсала йыйып алынған уңышын килтереп, күргәҙмәлә ҡатнашты. Ер эше, орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Осрашыу сағыу концерт номерҙары, дәртле сығыштар менән үрелеп барҙы. Таҡмаҡ әйтеш, йомаҡтар сисеүгә бәйле конкурстарҙа еңеүселәр ҙә билдәләнде.

Йәнтеш ауылында тырыш, егәрле халыҡ йәшәүенә шик юҡ. Йәшелсә, емеш-еләк күргәҙмәһенә йыл да бай экспонаттар әҙерләнә. Байрамда ҡатнашыусылар киләсәктә лә мул уңыш булырына өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку