Хәйбулла районы хужалыҡтары малдарҙы ҡышлатыуға әҙер

Хәйбулла районы хужалыҡтары малдарҙы ҡышлатыуға әҙер 30.10.2017

Был хаҡта район кимәлендә ойошторолған семинарҙа билдәләнде.

Бүребай ауылы фермеры Шәһит Ҡадаев та яуаплы осорға тиклем ҡураларын тәртипкә килтергән. Әлегә был хужалыҡта йөҙ баштан ашыу мал иҫәпләнә, уларҙың яртыһы һауын һыйырҙары. Урында етештерелгән һөт продукцияһы яҡындағы ауыл магазиндарына оҙатыла. Әйткәндәй,  Шәһит Ҡадаев дәүләт программаларында ҡатнашып, мал һанын тағы ла арттырырға ниәтләй. Быға тиклем ул крәҫтиән -фермер хужалығы ойоштороуға миллион ярым һумлыҡ грант алған.
2012 йылдан алып Хәйбулла районынан утыҙ кеше ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программаларҙа ҡатнашып, грант ала. Бөгөн республикала тармаҡтың килемлеген, етештереүсәнлеген күтәреү бурысы ҡуйылған. Тоҡомсолоҡто яҡшыртыу маҡсатҡа ирешеүҙең мөһим юлдарының береһе. Район малсылары алдарына ҡуйылған талаптарҙы теүәл үтәй һәм  ҡышлатыу миҙгеленә  лә ныҡлы әҙерлек менән ингән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку