Хәйбулла хужалыҡтары ла әҙерлек һыҙығында 17.04.2017

Яуаплы кампания алдынан Атингән ауылында агро кәңәшмә үтте. Сара район хакимиәте, ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге, райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәрен һәм баш белгестәрҙе йыйҙы.

Вафа Сурин етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы 2009 йылда ойошторола. Хужалыҡта эштең көйһөҙ барған, туҡтап торған мәле лә  була. Әммә тәүәкәл етәксе төшөнкөлөккә бирелмәй, дәүләт ярҙамына таянып, яңынан-яңы мөмкинлектәр таба. Хәйер, ул бөгөн районда тотороҡло эшләп килгән хужалыҡтарҙың береһе һынала.
Атингән ауылында  фермерлыҡ эше менән шөғөлләнеүселәр  байтаҡ. Шуға ла агрокәңәшмәнең тап Атингән ауыл биләмәһе   нигеҙендә үтеүенең маҡсаты - тәжрибә уртаҡлашыу,  көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, тотороҡло эшләүсе хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеге менән таныштырыу.
Кәңәшмәлә сәсеүгә әҙерлек, аграрийҙарға күрһәтеләсәк дәүләт ярҙамы, хужалыҡтарҙы минераль ашламалар, орлоҡ, химик препараттар менән тәьмин итеү юлдары ла барланды. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Хәйбулла аграрийҙары яҙғы сәсеүгә әҙерлекте әүҙем алып бара. Иң мөһим бурыс - орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү.  Дөйөм алғанда, районда бөтәһе 76 мең  гектар майҙанда ярауай культуралар сәсеү күҙаллана. Уның 65  меңе бөртөклө иген культуралары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика