Кем эшләмәй, шул ашамай

Кем эшләмәй, шул ашамай 27.08.2015

Башҡортостанда субсидияға һөҙөмтәле эшләгән ауыл хужалығы предприятиелары ғына өмөт итә аласаҡ. Киләһе йылдан һөт етештереүселәргә дәүләт ярҙамы дифференцияланған тәртиптә бирелә башлай. Йәғни, кем етештереү күләмдәрен арттыра субсидия шуға ғына бүленәсәк.

Иглин районының  Поступалов ауылы һауынсылары урындағы коллектив хужалыҡ тарихын яҡшы хәтерләй. Әле генә улар һыйыр һыуылғанын әңгәмә аша ғына күҙәтә. Элегерәк  гәп һатып торорға форсат юҡ  ине, тип хәтерләй ҡатын-ҡыҙҙар.  Барыһы ла ҡара тир сыҡҡансы  ҡул көсө менән башҡарылған.
Барыһы ла 2002 йылда ҡырҡа  үҙгәреш ала.Ташландыҡ хәлдәге ауыл ҡураһын Өфө кешеһе  һатып ала. Ғүмер буйы заводта эшләгән Альберт Мәсәғүтов, буш ваҡытты уҙғарыу өсөн генә тип, ун баш һыйыр һәм утыҙҙан ашыу һарыҡ аҫырай башлай. Хәҙер иһә бер генә минут та буш ваҡыт  юҡ, ти эшҡыуар. Ҡуралар яңыртылған, малдар мең ярымға еткән, сәсеүлектәр өс мең гектарҙан ашыу. Һауылған һөттө эшкәртеү цехы ла барлыҡҡа килгән. Бында юғары сифатлы һөт , ҡаймаҡ, эремсек һәм сыр етештерелә. Эшҡыуар  хужалығын тағы ла киңерәк йәйелдерергә иҫәп тота. Йыл аҙағына тиклем өс йөҙ утыҙ баш малға иҫәпләнгән быҙауҙар ҡураһы һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн йорттар ҡалҡып сығасаҡ.
Киләһе йылдан  Альберт Мәсәғүтов шикелле өмөтлө эшҡыуарҙар ғына дәүләт ярҙамы аласаҡ. Башҡортостанда һөт етештереүҙе субсидиялау һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтарға ғына тейәсәк. Юғиһә, аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә, маҡсатҡа яраҡһыҙ файҙаланыусылар ҙа юҡ түгел, ти тармаҡ белгестәре.  Дәүләт ярҙамын яңы технологиялар индереүгә, етештереү күләмдәрен һәм малдарҙы арттырыуға тотонмайҙар икән субсидиялауҙан файҙа юҡ.
Һөҙөмтәле эшләгән ауыл хужалығы предприятиеларына дәүләт ярҙамын көсәйтеү тураһында республика етәксеһе күптән һүҙ алып бара. Дифференцияланған алым  яҡшы күрһәткестәргә килтерһә киләсәктә уның башҡа субсидияларҙа ла ҡулланыуы ихтимал.
Был алым башҡа хужалыҡтар борттың аръяғында ҡала тигәнде аңлатмай. Хөкүмәт ошо рәүешле фермерҙарҙы дәртләндерергә, һөҙөмтәлә сифатты арттырып һәм һөттөң үҙҡиммәтен кәметергә иҫәп тота.
Башҡорттоң «Кем эшләмәй, шул ашамай» тигән мәҡәле бар. Ләкин һуңғы арала ҡыл да ҡыбырҙатмай, эшләгәндәрҙән күберәк ашаусылар йышайҙы. Субсидия бүлеүҙәге яңы ҡағиҙәләр дөйөм сеүәтәнән артыҡ ҡалаҡтарҙы алып ташлау маҡсатында индерелә. Тәүҙә үҙ ҡулдары менән ашап өйрәнһендәр, һуңынан бәлки, уларға ла ҡалаҡ бирерҙәр.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку