Картуф, ҡарабойҙайға хаҡ күтәрелеүгә сәбәптәр юҡ

Картуф, ҡарабойҙайға хаҡ күтәрелеүгә сәбәптәр юҡ 12.11.2014

Был туралағы хәбәр буш һәм нигеҙһеҙ. Республика ауыл хужалығы тауарҙары менән үҙен тулыһынса тәьмин итә. Был турала тармаҡ министры Николай Коваленко хәбәрселәр менән осрашыуҙа белдерҙе. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ведомство быйылғы ураҡ эштәренә йомғаҡ яһаны.

Һөнәри байрамдарын ауыл хужалығы эшсәндәре яҡты йөҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршы ала. Аграрийҙар быйыл ике миллион ете йөҙ мең тонна иген туплаған. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ырҙын табаҡтарына биш йөҙ мең тоннаға күберәк ашлыҡ оҙатылған. Йылына республика халҡын туйындырыуға  дүрт йөҙ мең тонна тирәһе  ҡамыр аҙыҡтары талап ителеүен күҙ уңында тотҡанда, Башҡортостан үҙен икмәк менән тулыһынса тәьмин иткән. Башҡа культураларҙы ла ауыл эшсәндәре етәрлек күләмдә туплаған. Әгәр ниндәйҙер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күтәрелеүе тураһында имеш-мимештәр йөрөй икән, тимәк, был кемгәлер отошло. Мәҫәлән, республикаға йылына 15-16 мең тонна ҡарабойҙай талап ителә. Ә беҙ уны 90 мең тоннаға яҡын йыйҙыҡ. Картуф менән дә шул  уҡ хәл. Санкцияларға һылтанып, алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр үҙ язаһын аласаҡ. Сит илдән индереү тыйылған тауарҙарға ҡытлыҡ юҡ, тине министрлыҡ етәкселеге.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика