Карантин тамам!

Карантин тамам! 12.11.2017

21 көн эсендә бешмә ауырыуының яңынан баш күтәреүе теркәлмәне. Тимәк Туймазы һәм Бүздәк райондарындағы ауылдар ғәҙәти тормошҡа кире ҡайта ала. Хәйер, бындай ваҡиғанан һуң ғәҙәти режимға еңел генә ҡайтыу мөмкин түгелдер. Ҡурҡыныс вирус бит ауыл кешеһенең  күҙ ҡарап торған мөлкәтен, ашатыусыһын, кейендереүсеһен ҡырҙы.  

Хужалыҡтарҙа мең ярымдан ашыу малды юҡ иттеләр. Дөрөҫ, юғалтыуҙар ҡапланды. Мал ауырлығына ҡарап аҡсаһы түләнде. Ләкин бит күп кенә хужалыҡтар тап шул малдан табыш та ала ине. Ә хәҙер, ниндәйҙер ҡомһоҙ яҡташыбыҙҙың ситтән алынған һарыҡтарын тикшертмәүе арҡаһында, бер нимәһеҙ тороп ҡалдылар. Ит һатыу тыйылмай, бер ниндәй зарары юҡ, тип тынысландырһалар ҙа Туймазы һәм Бүздәк райондарында ғына түгел, башҡа бик күп төбәктәрҙә лә ит менән сауҙа итеү ҡатмарлашҡан. Уның ҡарауы ҡаф тау артының алыпһатарҙары ҡотора. Халыҡты зар илатып талайҙар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку