Көйөргәҙе районы фермерҙары меринос тоҡомло һарыҡтарҙың йөнөн яндырып юҡ итергә мәжбүр

Көйөргәҙе районы фермерҙары меринос тоҡомло һарыҡтарҙың йөнөн яндырып юҡ итергә мәжбүр 13.09.2017

Бер-нисә йыл элек ҡалаларҙың ҡабул итеү нөктәләрендә  йөнгә хаҡ төшә, ә быйылғы миҙгелдән һарыҡ йөнөн эшкәртмәү сәбәпле, уны тапшырыу мөмкинлеге юҡ. Ни өсөн тәбиғи шарттарҙа йыйылған һарыҡ йөнөнә ихтыяж юҡ?

Сентябрҙә һарыҡтарҙың йөнөн алыу ваҡыты етә. Был йылы тун йыл буйына үҫеп ҡалынайған. Әммә уны быймаға ла, шәлгә лә, ойоҡбаштарға ла алыусы юҡ.
Дамир Хәйбуллиндың көтөүендә 500 башҡа яҡын һарыҡ иҫәпләнә. Уларҙан миҙгел һайын  сирек тоннанан ашыу йөн ҡырҡып алына.  Совет осоронда , һарыҡтарҙы итләтә һуйып тапшырыуға ҡарағанда, уның йөнөн һатыу эше күпкә яйлыраҡ көйләнгән була. Мәләүездә урынлашҡан етештереүсе контора тирә-яҡтан бөтә продукцияны ҡабул итеп, төбәктең трикотаж фабрикаларына тапшыра. Һуңғы йылдарҙа һарыҡ йөнөнә хаҡ төшкән һәм ул бөтөнләй ҡабул ителмәй.
Николай Арбузов, ветеринар: «Ошоға тиклем һарыҡ йөнөн Мәләүез заготконтораһы килограмын 6 һумдан ҡабул итте. Һуңғы ике йылда һарыҡ йөнөнә ихтыяж кәмене, сөнки уны бер ерҙә лә ҡабул итмәйҙәр».
Эксперттар һарыҡ йөнөнә ихтыяж кәмеүен еңел сәнәғәттәге көрсөк һәм кәштәләр менән тулған һоро импорт менән бәйләй. Әммә нисек кенә булмаһын, сифатлы йөндән етештерелгән кейем- һалым менән синтетик тауарҙар ярыша алмай. Дөйөм эште алға ебәреү өсөн иҡтисадсылар заман кейемдәрен етештерергә өндәй. Шулай иткәндә, һарыҡ аҫраусылар, йөн эшкәртеүсе туҡыусылар, пиар-менеджерҙар ҙа бер төптән эшләр ине.
Раил Мөфтәхетдинов, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе: «Беҙ һәр фермерҙың үҙ продукцияһын һатыуға сығара торған каналдары көйләнгән булыуын теләйбеҙ. Уларҙың сауҙа селтәрҙәре менән бәйләнештәренә һәр ваҡыт ярҙам итәбеҙ. Әммә сауҙа нөктәләренә тәҡдим ителеүсе продукция сифатлы һәм яҡшы тауар ҡиәфәтендә булырға тейеш».  
Һуңғы тиҫтә йылда төбәктә һарыҡ көтөүҙәре ике тапҡырға кәмегән. Әммә фермерҙар күпләп  ит йүнәлешендәге тоҡомдарҙы аҫрауҙан төңөлмәй. Әммә ҡайһы бер шәхси хужалыҡтарҙа юғары сифатлы һәм нәҙек йөнлө меринос тоҡомлы  һарыҡ үрсетеүселәр ҙә етәрлек. Шуға ла тармаҡтың киләсәге юҡ, тип ышандырырға иртәрәк.
Яңы ҡанун ҡабул ителеүе- фермерҙарға баҙарға сығыуҙы күпкә еңеләйтәсәк. Уларҙан лицензия һәм шәхси сауҙа кенәгәләре талап ителмәйәсәк. Фермерҙарға үҙ тауарын баҙарҙа тәҡдим итеү маҡсатында сығымдарҙың яртыһы федераль бюджеттан бүленәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку