Көтөүсеһеҙ мал көтөүе

Көтөүсеһеҙ мал көтөүе 05.06.2017

Ҡариҙел районында электр сымдары ярҙамында мал көтөү тәжрибәһе үҫешә. Тәүге электр көтөүселәр бында биш йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Хәҙер улар һаны иллегә етә. Ауыл халҡы ла сым һәм аккумулятор ярҙамында ғына мал көтөүҙең уңайлыҡтарын ыңғай баһалай. Һәр хәлдә мал көтөргә кеше эҙләп йөрөү кәрәкмәй, ти улар.

Ике тимер сымда ни бары ун ике вольт. Ләкин хайуандарға ошо ғына ток та етә ҡала. Бер тапҡыр «ауыҙы бешкән» малҡай электр кәртәһенә яҡын да килмәй. Хатта, ҡыуып та алып барырлыҡ түгел.
Хәбәрсе. Бигерәк тә аттар сымдарҙан өркә, ти Илүс Ғилемшин. Күпләп мал тоторға ниәтләнгән фермерға электр көтөүсе ҙур ярҙамсы. Кешегә  ҡарағанда, ышаныслыраҡ та, сығым да талап итмәй, ти ул.
Ҡариҙел районының Ҡортлокүл  ауылында хәҙер ҡарауһыҙ йөрөгән малдарҙы күрмәҫһең дә. Ауыл биләмәһендә генә  ошондай электр үткәрелгән  һигеҙ кәртә иҫәпләнә. Ауыл халҡы өсөн дә был алым отошлораҡ. Бер тапҡыр йыйылышып ҡорамалдар һатып алдың да мал ҡайтырмы икән тип ҡайғыраһы түгел.
Электр көтөүсене Ҡариҙел фермерҙары биш йылдан ашыу ҡуллана. Тимер сымдар менән йөҙәрләгән гектарҙар уратып алынған. Тоҡ бирергә бер аккумулятор ҙа етә.
Аккумулятор ҡеүәтен импульстарға әйләндереү өсөн махсус ҡоролма талап ителә. Уның хаҡы әле 50 мең һум тирәһе тора. Ләкин күпләп мал аҫрағанда сығымдар бер йылда ла аҡлана, ти йүнселдәр.
Электр сымдары кәртә эсендәгеләрҙе генә түгел , ситтәге хайуандарҙы ла ҡурҡытып тора. Малдар эргәһенә ҡырағай хайуандар килеү осраҡтары кәмене, ти фермерҙар. Шулай ҙа асыуланһа урман хужаһы айыуҙы ун ике вольт  менән генә тынысландырырлыҡ түгел. Сымдарҙы бағаналары менән бергә йолҡоп алып урманға алып киткән ваҡыттары ла булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку