Күршеләрҙән янаған хәүефкә ҡаршы тороп

Күршеләрҙән янаған хәүефкә ҡаршы тороп 24.08.2017

Ырымбур өлкәһендә дерматит йоҡторған  һыйыр малдарының табылыуы сиктәш  төбәктәр өсөн дә хәүеф тыуҙыра.

Ейәнсура районында был хәбәрҙе ишетеү менән, ветеринария идаралығы күрше өлкәнән һыйыр малдары индереүгә контролде көсәйткән. Һыйыр малы дерматиты – «тире шешенеүе» сире. Уны йоҡторған малдарҙың тиреһенең төйөнләнеүе, күреү, тын алыу һәм аш һеңдереү юлдарының зарарланыуы күҙәтелә. Ҡыҙғанысҡа, йоғошло сирҙең малдарҙың яртыһынан күбеһендә таралыуы ихтимал. Шуға ла район ветеринария хеҙмәткәрҙәре  һыйыр малдарына йәйге осорҙа икенсегә тапҡыр профилактик саралар үткәрә. Йәғни һыйырҙарға махсус дарыуҙар һиптерелә. Бындай сара вирус ҡатнаш аҙыҡ, һыу, бөжәктәр һәм башҡа юлдар аша йоҡмаһын өсөн эшләнелә.
Ваҡытында профилактик саралар уҙғарғанда йоғошло сир төбәк малдарын  урап үтәсәк, ти хеҙмәткәрҙәр. Һыйыр малы дерматитының кешегә ҡурҡынысы юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку