Күптәр бөгөн игенде сит илдәргә һатыу менән мауыға, ти белгестәр

Күптәр бөгөн игенде сит илдәргә һатыу менән мауыға, ти белгестәр 24.12.2014

Экспортҡа китеүсе бойҙайҙың тоннаһы 11 мең һум, хатта, унан да юғарыраҡ. Һүҙ ҙә юҡ, крәҫтиән-фермерҙар өсөн был отошло. Әммә тирмән хужалары, пекарнялар, магазиндарға был хаҡтар менән артыҡ «уйнау» мөмкинлеген бирә. Рәсәй Хөкүмәте иген экспортына сикләү пошлиналары индереләсәге хаҡында белдерҙе. Республика Хөкүмәте иген хаҡтарын экспорттыҡына яҡынайтыу юлында. Ауыл хужалығы министрлығында үткән кәңәшмәлә иген үҫтереүселәрҙе, он тарттырыусыларҙы халыҡ алдындағы социаль яуаплылыҡҡа өндәнеләр.

Интервенция фондына алыныусы, йәғни илдә ҡалдырыласаҡ иген хаҡы түбән, ә экспорттыҡы ҡиммәт.Экспорт хаҡын Рәсәй һумдарына әйләндергәндә бик тә отошло килеп сыға. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко ил, республика эсендә лә игенгә яңы хаҡтар билдәләү һәм шул кимәлдә туҡталыуҙы ҡулай күрә. Әйтәйек, өсөнсө класлы бойҙайҙың тоннаһы  өсөн 10128 һум.
Николай Коваленко, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Республикала иген һәм онға бәйле хәл тыныс. Элеваторҙарҙағы запас етерлек. Ауыл хужалығы предприятиеларында ла иген күп. Тик улар хаҡ күтәрелеүен көтөргә тырыша. Әлеге хаҡтар уларға сығымдарҙы ҡапларға ла, яҡшы килем алырға ла мөмкинлек бирә. Республика алдындағы социаль яуаплылыҡ барлығы хаҡында игене-оно булғандарҙың иҫтәренә төшөрәбеҙ».
Арыш оно республикала етерлек тарттырыла, ти белгестәр. Икмәк бешереүселәр бойҙай онон йыш ҡына сит төбәктәрҙән ташырға мәжбүр. Хаҡты арттырыуҙағы төп сәбәптәрҙең береһен ошонан күрә улар.  Республика икмәк комбинаттарын тулы ҡеүәткә эшләтеү мәсьәләһе хәҙер етди ҡуйыласаҡ.
Юлия Герасиомва, Башҡортостандың икмәк бешереүселәр союзы рәйесе: «Икмәк, икмәк ризыҡтарын бешерә беләбеҙ, күләмдәр әле лә ҙур. Икмәк комбинаттарының бөтәһен дә тулы ҡеүәткә эшләтә башласаҡ хәл тиҙ үк яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк».
Төп эше иген үҫтереү, ит етештереү булһа ла, республиканың ауыл хужалығы министрлығын патриот тип әйтеү кемгәлер артыҡ яңғырауыҡлы күренер. Әммә ведомство халыҡ мәнфәғәтен яҡын күрә.Ил эсендәге иген хаҡы экспорттыҡына саҡ ҡына барып етмәй. Әммә интервенция фондына һатҡан игенеңде хаҡтар үҫә башлау менән ҡайтанан һатып алып була, тиҙәр ауыл хужалығы министрлығында.
Магазиндарҙың да ғәйебе бар,ти белгестәр.Уларҙың күбеһе алынған икмәк өсөн түләүҙе яңы йылға күсерергә маташа. Был инде кемгәлер он өсөн ваҡытында иҫәпләшеүҙе,иген өсөн алдан түләүҙе ҡыйынлаштыра.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика