Көнъяҡ райондарҙа быйыл һуңғы йылдарҙа булмаған уңыш көтөлә

Көнъяҡ райондарҙа быйыл һуңғы йылдарҙа булмаған уңыш көтөлә 28.07.2016

Был күренеш тәү сиратта һауа торошона бәйле. Төбәктә оҙайлы ваҡыт ҡоролоҡ торғандан һуң яуым-төшөм йышая башлаған. Икенсенән аграрийҙар иген үҫтереүҙә яңы технологиялар ҡуллана. Йылайыр районында урынлашҡан Урал аръяғы агроинженерия колледжы баҫыуҙарында тәжрибә рәүешендә арпа үҫтерелә.

Йылайыр  районы баҫыуҙарында ашлыҡ әле өлгөрә генә. Аҙна-ун көндән бында комбайндар геүләй башлаясаҡ. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡто иҫәпкә алғанда уңыш ярайһы уҡ яҡшы булыр, тип өмөтләнә аграрийҙар. Гектар ҡеүәтен арттырыуға яңы технологиялар индереү ҙә ярҙам итә.  Урал аръяғы агроинженерия колледжы баҫыуҙарында мәҫәлән Анна сортлы арпа өлгөрә. Тәжрибә рәүешендә сәселгән баҫыуҙар уңышты  3-4 центнерға күберәк бирәсәк.
Икенсенән, быйыл тәбиғәт тә көнъяҡ райондарға мәрхәмәтлерәк. Оҙайлы ҡоролоҡтан һуң ниһәйәт ауыл хужалығы өсөн ҡулай  һауа торошо күҙәтелә. Ураҡҡа көнъяҡ райондарҙа башҡа төбәктәргә  ҡарағанда бер аҙға  һуңғараҡ төшәләр. Сөнки бында яҙ ҙа ике аҙна самаһы һуңлап килә. Йылайырҙарға быйыл  ун мең гектарҙан ашыу майҙанда уңыш йыйып алыу бурысы тора. Ырҙын табаҡтарында 4 мең тонна ашлыҡ тупланыр тип күҙаллана.
Импортты алмаштырыу йәһәтенән дә Йылайырҙа эштәр йылдам бара. Быйыл  районда йәшелсә майҙандары арттырылған. Шәхси эшҡыуар Яманһаҙ ауылы эргәһендә 30 гектар ерҙе ҡуртымға алып картуф һәм кәбеҫтә үҫтерә.
Уңыш яҡшы, киләһе йылға  сәсеүлектәрҙе арттырасаҡбыҙ, ти хужалыҡ етәксеһе. Ауыл хужалығы белгестәре лә йәшелсә майҙандарын арттырыу ер эшенең төп сәйәсәтенә  әйләнергә тейеш, тигән фекерҙә.  Бөртөклө культуралар йыйып алыу  буйынса республика былай ҙа алға киткән төбәктәрҙең береһе. Буш торған яландарҙы йәшелсәгә тотоноу отошлораҡ .

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку