Көндәрҙең эҫе тороуы ҡара сиңерткәләрҙең, башҡа ҡоротҡостарҙың артыуына уңайлы мөхит тыуҙырҙы 28.06.2016

Республиканың бер нисә төбәге, шул иҫәптән Баймаҡ районында ла ҡара сиңерткәләргә бәйле махсус режим индерелгәйне. Әле ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш дауам итә, ялан-ҡырҙарҙа, баҫыуҙарҙа республика тарафынан бүленгән өс агрегат эшләй.

Ҡара сиңерткә  үҫемлектәргә зыян килтереүсе ҡоротҡос. Айырыуса, ул ауыл хужалығы баҫыуҙары өсөн хәүефле, иген культураларына шәкәргә бай һутлы үләндәргә зыян яһай. Ҡоротҡос беҙҙең яҡтарға Ҡаҙағстан, Ырымбур яҡтарынан осоп килгән.  Һуңғы осорҙа уларҙың иҫәбе бер ни тиклем арта төшә. Көндәрҙең йылы тороуы ҡоротҡостоң үрсеүенә булышлыҡ итә.

Әле хужалыҡтар ҡара сиңерткәнең таралыуына юл ҡуймай. Үҫемлектәрҙе саранчаларҙан һаҡлап алып ҡалыу өсөн төрлө саралар күрелә. Баҫыуҙарҙы химик эшкәртеү менән бер рәттән өс агрегат ағыу һибә, уның запасы етәрлек күләмдә тупланған. Район буйынса 20 мең гектар ерҙә ҡоротҡосҡа ҡаршы  саралар күрелгән, тағы ла биш мең гектар тирәһе ерҙе эшкәртеү күҙаллана. Шуға ҡарамаҫтан ҡара сиңерткәнән зыян күреүсе хужалыҡтар ҙа бар.

Көндәрҙең ҡоро тороуы ҡоротҡостоң үрсеүенә булышлыҡ итә. Ямғырлы көндәр булғанда улар әүҙемлеген бер ни тиклем кәметә. Ҡара сиңерткәнең әлеге һөжүме уңышҡа ярайһы ғына зыян килтереп тә өлгөргән, Был бөжәктән зыян күреүсе хужалыҡтарға республика яғынан  ярҙам да күҙаллана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика