Көнбайыш илдәре санкцияларына ҡарата республика хужалыҡтарының үҙ яуабы

Көнбайыш илдәре санкцияларына ҡарата республика хужалыҡтарының үҙ яуабы 14.03.2016

Илеш районы йүнселдәре мәҫәлән, етештереү ҡеүәтен арттырып, ярайһы ғына табыш алыуға ирешкән. Дәүләт ярҙамының да өлөшө ҙур.

Яңы хужалыҡ бар проблемаларҙы хәл итте, ти ауылдаштар. Олоялан ауылы тарихында бығаса булмаған фермерлыҡҡа тәүгеләрҙән булып Илшат Шәйхәйҙәров тотона. Тәүҙә ул ауылда пилорама асып эшҡыуарлыҡ нескәлектәренә төшөнһә, һуңынан йәш малды һимертеп һатыуға тотона. Табыш үҙ һөҙөмтәһен биргәс, ағаһы тәҡдиме буйынса һөт етештереү буйынса махсуслаша. Эшҡыуарлыҡ эше алға киткәс йүнселдәр «Крәҫтиән хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» маҡсатлы программаһында ҡатнашып, грант ала.
Бала сағынан хеҙмәт тәмен белеп үҫкән уҙаман эш рәтен яҡшы белә. Яңы техниканы ҡулға төшөрөү ҙә уның күптәнге хыялы. Хужалыҡ эштәренән тыш, ауыл халҡына ла ярҙамлаша.
Лаяшты ауылында йәшәүсе Марат Шаймәхәмәтов та эште үҙ көсө менән башлай. Тәүҙә башҡалар кеүек үк аҙбарҙа бер-ике һыйыр аҫраған ғаилә малды ишәйтеү өсөн айырым  хужалыҡ асырға ҡарар итә. Моратына ирешә. Бер-нисә ай эсендә буш ерҙә ферма ҡалҡып сыға.
Быйыл тәүге ҡышты уңышлы сыҡтыҡ, ти Шаймөхәмәтовтар. Мал да яҡшы ҡышланы, аҙыҡ та етерлек әҙерләнгән. Әйткәндәй, Марат Шаймөхәмәтов та дәүләт программаһында ҡатнашырға теләк белдергән.
Әлеге ваҡытта Илеш районында барлығы 28 фермер хужалығы иҫәпләнә. Улар башлыса ит һәм һөт йүнәлешендә махсуслашҡан. Иң мөһиме уларҙың район иҡтисадын күтәреүҙә  өлөшө ҙур.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку