Күмертауҙа ит продукцияһына ихтыяж юғары, тик әлегә ҡаланың үҙәк баҙарында тәҡдим итеүсеһе генә юҡ

Күмертауҙа ит продукцияһына ихтыяж юғары, тик әлегә ҡаланың үҙәк баҙарында тәҡдим итеүсеһе генә юҡ 10.02.2018

Бер аҙналай павильон буш тора. Ауылдан килтереп һатҡан ит ҡайҙа булған?!

Күмертау ҡалаһының үҙәк баҙарында ит табырмын тимә. Павильонда бер аҙналай ваҡыт сауҙа бармай.  Был күренеш урындағы халыҡты аптырауға һалған.
Бар бәлә - декабрь аҙағында Көйөргәҙе районы Покровка ауылында мал һуйыу цехы асылыуында. Быға тиклем 2014 йылда ҡабул ителгән Таможня союзының техник регламентын нисек тә булһа урап үтеү мөмкин булһа, ғинуарҙан ветеринария талаптары ҡәтғиләшә.
Нисек кенә булмаһын, хәҙер мал һуйыу цехынан үткән ит кенә ҡала баҙарында һатыла ала. Эшҡыуар Зөлфиә Латипова ун ете йыл буйы ошо павильонда халыҡҡа ит продукцияһын тәҡдим иткән. Быға тиклем ауыл халҡынан, шәхси хужалыҡтарҙан мал һатып алып, шунда уҡ һуйып, артабан баҙарға сығарып килем алған ханым да сауҙа өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе үҙһенмәй.
Таможня союзы техник регламентының районда тулыһынса үтәлә башлауы ит менән ирекле сауҙа итеүгә кәртә ҡуя.
Көйөргәҙе районындағы «Аҡтау» ауыл хужалығы кооперативы был мал һуйыу цехын ике йыл төҙөй. Дөйөм финанс сығымдар - ун биш миллион һум. Цехтың асылыуына бер ай булыуға ҡарамаҫтан, бында күрһәтелгән хеҙмәт халыҡ араһында хушһыныу тапмаған. Ошо ваҡыт эсендә ни бары утыҙ баш мал килтерелгән. Улары ла башлыса Федоровка һәм Күгәрсен райондарынан.
Цехта бер баш эре малды һуйыу өсөн хаҡ 1800 һумдан ҡуйылған. Кәрәк икән, хәләл ит әҙерләү ҡағиҙәләре лә үтәлә. Малды алып килергә транспорт та бар. Һәр саҡрым өсөн 16 һум тирәһе... Әлбиттә, ауыл кешеһе өсөн был өҫтәмә сығым тигән һүҙ. Итте һатыуға сығарам тиһәң, кәмендә ике мең һум түләргә кәрәк. Покровканан 60-70 саҡрым алыҫлыҡта ла ауылдар булыуын иҫәпкә алғанда, Таможня союзының техник регламентын үтәргә ашыҡмаусыларҙың күплегенә аптырайһы түгел.
Геннадий Елисеев, мал һуйыу цехы директоры: «Күмертауҙағы халыҡты ит менән тулыһынса тәьмин итеү өсөн йәмғеһе өс йөҙ баш эре мал кәрәк. Уйлап ҡарағыҙ, ғинуарҙа тик ун проценты ғына беҙҙең цех аша үтте. Башҡалар ниндәйҙер мутлашыу схемаһы буйынса эшләй, минеңсә».
Фермер Радик Яҡыбаев иһә мал һуйыу цехы аша эшләү күпкә отошлораҡ тигән ҡарашта. Тәү сиратта, яҡын ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн. Алыпһатарҙарға ғына хәҙер мал менән сауҙа итеүҙән килем алыу ауырлаша.
Мал һуйыу цехын ауыл халҡы ла урап үтә башлаған. Һыйыр, үгеҙ, йылҡыларын хәҙер күптәр күрше төбәктәргә тереләй оҙата.
Урындағы алыпһатарҙар билдәләүенсә, Покровка ауылындағы мал һуйыу цехы аша эшмәкәрлекте дауам итеү иткә  хаҡты  бермә-бер арттырасаҡ. Хәйер, техник регламенттың бит ыңғай яҡтары ла бар. Тәүмаҡсат - сауҙа әйләнешендәге ит  кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙ булһын, мал ауырыуҙары таралмаһын.
Билдәле булыуынса, быйыл Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында мал һуйыу цехы асылырға тейеш. Урындағы хакимиәт етәкселеге ауыл халҡы, фермерҙар менән тығыҙ эшмәкәрлек алып барып, киләсәктә кооперативтар төҙөргә, ошондай пункттарҙы тағы ла арттырырға йыйына. Бының өсөн Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан субсидия ла алырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя


Возврат к списку