"Күләш" ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгендә яңы "резиденттар"

"Күләш" ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгендә яңы "резиденттар" 25.07.2017

Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғи биләмәләре дирекцияһының Кушнаренко районындағы фәнни-етештереү үҙәгенә ике мышы балаһы килтерҙеләр. Быҙауҡайҙарға ни бары өс ай тирәһе. Улар быға тиклем Бишбүләк районында тәрбиәләнгән. Хайуандар транспортта йөрөтөрлөк булып нығынғас уларҙы махсус үҙәккә килтерергә булғандар.

Кеше аҫрауында өс ай тирәһе, әммә мышы балалары һаман инәһен саҡырып илай. Бигерәк тә яңы ерҙе ятһыныуҙан һағыштары тағы көсәйгән. "Күләш" ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгенә уларҙы бернисә сәғәт элек кенә килтергәндәр. Быҙауҡайҙар юлды яҡшы кисергән.

Яңы ергә килгәс мышы балаларына яңы ҡушаматтар ҙа биргәндәр. Зита һәм Гита. Ләкин һинд киноһы геройҙарынан айырмалы, улар бер -береһенән түгел , ә әсәләренән ҡала. Инәһе ташлап киткәндә  быҙауҙарға ни бары аҙна тирәһе генә булған.  

Икенсенән, әгәр хайуандарға тап булған кеше уларҙы урманда ҡалдырһа, быҙауҙар йәшәй алмаҫ ине. Әле мышы балалары  үҙҙәрен яҡшы тоя, ти ветеринарҙар. барлыҡ ағзалары ла теүәл, яҡшы ашай, эсә. Тиҙҙән уларҙы ҙур вольерға ла ебәрәсәктәр.

"Күләш" ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгенең мышы балалары аҫрау тәжрибәһе ҙур. Зита һәм Гита алтынсы һәм етенсе тәрбиәләнеүселәр. Оло вольерҙа иһә уларҙы бер йәшлек Степа көтә. Бәләкәй быҙауҙар уға эйәреп өйрәнеп алһа, хәҙер инде мөгөҙ үҫтерә башлаған мышыны иреккә ебәрәсәктәр.

Әле ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгендә Степанан тыш ике тиҫтәгә яҡын ҡабан сусҡаһы тәрбиәләнә. Бер аҙҙан һуң уларға Зита менән Гита ла ҡушыласаҡ. Оло вольерға инеү мышы балалары өсөн ҡырағай һәм хәүефле мөхиткә яһаған тәүге аҙымдары буласаҡ. Ләкин быҙауҡайҙар һис шикһеҙ был һынауҙы ла үтәсәк, ти хайуандарҙы ҡараусылар. Һинд киноһының да бит аҙағы хәйерле һәм бәхетле тамамлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку