Көҙгө йәрминкәләр ҡышты туйҙыра

Көҙгө йәрминкәләр ҡышты туйҙыра 04.11.2017

Бөгөн Өфөнөң бөтә райондарында халыҡ күнеккән майҙандарҙа ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим ителде. Йыл һайын ойошторолоп килгән йәрминкәгә быйыл да үҙе етештергән продукция менән сауҙа итеүселәр күпләп йыйылды.

Дәүләкәндән килгән тәжрибәле умартасы баш ҡалала ойошторолған йәрминкәләрҙең даими ҡатнашыусыһы. Эшҡыуар һатып алыусыларға һауыттарға ҡойолған быйылғы, былтырғы сәскә балын, кәрәҙлеһен дә тәҡдим итә. Умартасынының йәрминкәләрҙә үҙ клиенттары бар, сауҙа итеүсе продукцияң сифатлы икән,  икенсе тапҡыр һатып алыусыларың үҙеңде эҙләп өйөңә килеүҙәре лә бар, тип һүҙен дауам итте.
Кәбеҫтә, төрлө сортлы алма, картуф-кишер. Икенсе колоннала дебет шәлдәр, йылы ойоҡбаштар. Ҡыҫҡаһы, ҡала халҡы сағыштырмаса түбән хаҡҡа йәрминкәнән үҙе теләгән продукцияны һайлап һатып ала алды.
Иртә менән башланған йәрминкәлә ҡатнашҡан сауҙа итеүселәр һатып алыусыларҙы үҙ продукцияһын һатып алырға саҡырҙы. Өҫтәүенә, байрам уңайынан ташламалар ҙа яһалды.
Йондоҙ Шәймөхәмәтова йәрминкәгә килеүселәргә быймалар тәҡдим итте. Ҡатын-ҡыҙҙарға биҙәкләп, балалар өсөн төрлө йәнһүрәт геройҙары төшөрөлгән йылы аяҡ кейемдәренең хаҡы 600 һумдан ике-өс меңгә тиклем барып баҫа.  
Һатып алыусыларҙың ҡайһылары хатта хаҡына ла ҡарап тормай. Иң мөһиме продукция сифатлы булһын, тигән фекерҙә. Тик етештереүселәрҙән клиенттар табыу, хатта йәрминкәлә урын алып өлгөрөү өсөн дә йылғырлыҡ талап ителә.
Бер көн эсендә ҡала халҡы ҡышҡылыҡҡа төрлө майҙандарҙан үҙенә етерлек йәшелсә-емеш алып һөйөндө. Ә һалҡындар етеү менән ит менән сауҙа итеүселәр үҙ продукцияһын ҡышҡы йәрминкәләрҙә тәҡдим итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку