Көҙгө йәрминкәләр дауам итә

Көҙгө йәрминкәләр дауам итә 03.10.2015

Бөгөн сауҙа майҙандарында ҡалала йәшәүселәргә арзаныраҡ хаҡҡа сифатлы ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алыу мөмкинлеге бирелде. Быға көндөң ямғырлы булыуы ла ҡамаусауламаны.

Иртәнге сәғәт туғыҙ ҙа тулып өлгөрмәҫтән халыҡ йәрминкә ойошторолған майҙанға ағылды. Был аңлашыла. Халыҡ хаҡынан да бигерәк, ауыл хужалығы етештереүселәренең  сифатлы аҙыҡ-түлеген һатып алырға ашыға. Сауҙаға көндөң ямғырлы булыуы ла кәртә була алманы
Иглин ҡасабаһында ойошторолған көҙгө йәрминкәлә йәшелсә-емештән тыш, ит продукцияһы ла һатылды. Хаҡтар магазиндыҡынан әллә ни айырылмай. Бер килограмм ит 280-320 һум. Шулай ҙа, һатыулашып хаҡын төшөрөп була. Ә бына йүкә балының хаҡын кәметеү икеле. Сөнки уның сәскә атҡан ваҡытында ямғыр күп яуыуы сәбәпле, уңыш маҡтанырлыҡ түгел. Шулай ҙа күпләп умарта тотоусылар һатырлыҡ бал туплай алған.  
Баш ҡала йәрминкәләрендә сәскә, емеш ағасы үҫентеләре лә күп һатылды. Майҙанда бер юлы биш-алты нөктә эшләне. Һатыусылар ағас үҫентеһен һатып алыр алдынан, уның тамырына, ботаҡтарына иғтибарлы булырға саҡырҙы. Сөнки һуңғы ваҡытта мутлашып сауҙа итеү осраҡтары йышайҙы, ти баҡсасылар
Йәшелсәгә килгәндә, помидор сортына ҡарап 50-70, кишер менән һуған килограммы 20, картуф 15, татлы борос 30 һумға тәҡдим ителде. Йәрминкәлә шулай уҡ, көньяҡ емештәре лә һатылды. Ул магазинға ҡарағанда,  ике тапҡырға арзан булыуы менән алдырҙы. Көҙгө йәрминкәләр ҡышҡы һыуыҡтар төшкәнсе дауам итә. Аҙна һайын шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку