Көҙгө уңышың мул булһа, башҡаларға ла тәҡдим ит!

Көҙгө уңышың мул булһа, башҡаларға ла тәҡдим ит! 09.10.2017

Ейәнсура район үҙәгендә лә ауыл хужалығы йәрминкәһен көтөп алалар Төбәктең төрлө ауылдарынан баҡсасылар йәшелсә-емеш, ит, бал, һөт ризыҡтарын алып килә. Республика көнө уңайынан уҙғарылған сауҙа майҙанында һатылған тауарҙарҙың төрлөгө, халыҡтың күпләп йыйылыуы ҡыуандырҙы.

Хаҡтар магазин кәштәләренә ҡарағанда, сағыштырмаса арзан. Муйнаҡ урта мәктәбе йылдағыса район йәрминкәһенә бай көҙгө уңыш тәҡдим итте. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар менән бергә йәй буйы баҡсала эшләгән. Белем усаҡтары ашханаларында кишер, кәбеҫтә, һуған ҡышҡылыҡҡа етерлек.Һатыу өсөн дә бар. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра тигәндәй, ауыл хужалығы эшсәндәре тир түгеп үҫтергән продукцияһын тиҙ арала ҡулаҡсаға әйләндерҙе.
Артабан район мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы эшсәндәрен, уҡытыусыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Республика көнө уңайынан тыуған ил темаһына иншалар конкурсында ҡатнашыусылға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку