Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылында бағыр үрсетеү буйынса балыҡсылыҡ фермаһы асылды

Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылында бағыр үрсетеү буйынса балыҡсылыҡ фермаһы асылды 13.01.2018

Килемле эште Фәтҡуллиндар ғаиләһе башлап ебәргән. Йүнселдәр ун йылдан ашыу йылҡысылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнеп, райондың ауыл хужалығы үҫешенә лә тос өлөш индергән. Урында ҡымыҙ етештереү яйға һалынған.

Ғаилә башлығы Ғаяз Камил улы  балыҡсылыҡ фермаһын ойоштороу хаҡында иһә күптән  хыяллана. Уҙған йыл ул шишмә урынында ҙур соҡор ҡаҙып, яһалма быуа, һыу каналдары яһай. Тәүге үрсем балыҡтарын ебәрә. Быйыл йәй уларҙы һатыуға сығарыу мөмкин буласаҡ. Бынан тыш,  ферма етәкселеге бағыр ыуылдырығы етештереү менән дә шөғөлләнергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку