Күгәрсен районында республикала ит сәнәғәтен яйға һалыу юлдары барланды

Күгәрсен районында республикала ит сәнәғәтен яйға һалыу юлдары барланды 04.12.2017

Төбәктә Башҡортостан ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үтте. Тәүәкән ауылы предприятиеһы эшмәкәрлеге миҫалында тармаҡтың үҫеш юлдары һәм проблемалары ҡаралды.

Миңнура Иҙрисова Күгәрсен районында ҙур хужалыҡ асылғанынан алып эшләй. Уның ҡулы аша бик күп ярымфабрикаттар үтә. Урында барлығы ете тиҫтәнән ашыу продукция етештерелә.
Республикала ит сәнәғәтен етештереүҙе яйға һалыуҙы күҙ уңында тотҡан семинар-кәңәшмәнең ғәмәли өлөшө төбәктең эре хужалыҡтарының береһендә үтте. Сарала ҡатнашыусылар предприятиеның  цехтары менән танышып сыҡты. Улар араһында ит эшкәртеү урыны айырым урын биләй. Тәүлегенә генә цехта биш тоннаға тиклем продукция етештерелә.
Төбәктә үткән семинар-кәңәшмә республикала ит сәнәғәтен үҫтереүҙә тыуған проблемаларҙы хәл итеүгә ҡайтып ҡалды. Тәү сиратта ул етештерелгән продукцияны ҡулаҡсаға әйләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Был йәһәттән хәл республикала ҡатмарлы. Бигерәк тә ҙур сауҙа нөктәләренә инеү мөмкинлеге ауыр. Шуға ла кәштәләрҙә Башҡортостан тауарҙары юҡ кимәлдә. Иҡтисади яҡтан нисек кенә ауыр булыуға ҡарамаҫтан мәсьәләне бергәләп хәл итергә кәрәк тип билдәләнде ултырышта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку