Күгәрсен районында Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә көҙгө йәрминкәләр ойошторолдо

Күгәрсен районында Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә көҙгө йәрминкәләр ойошторолдо 05.11.2014

Сауҙа майҙандары район үҙәгендә, Мәҡсүт, Йомағужа ауылдарында эшләне.

Үҙәк йәрминкәгә халыҡ айырыуса күп  йыйылды.  Бында ауыл эшсәндәре үҙҙәре етештергән продукцияһын,  крәҫтиән-фермер хужалыҡтары иген-бесәнен, ҡош-ҡортон сағыштырмаса арзан хаҡҡа тәҡдим итте. Һатыусылар байрам уңайынан ярайһы ғына ташламалар ҙа яһаны.
Байрам йәрминкәһе иртәнән киске эңергә тиклем дауам итте. Көндөң аяҙ тороуы  һатыусылар өсөн дә, һатып алыусылар өсөн дә уңайлы булды.  Район мәҙәниәте һарайы артистары халыҡҡа байрам концерты бүләк итте. Төбәктә ауыл хужалығы  йәрминкәләре  алдағы ял көндәрендә лә дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку