Көҙгө муллыҡ – баҙарҙа

Көҙгө муллыҡ – баҙарҙа 13.09.2014

Республика район-ҡалаларында ауыл хужалығы йәрминкәләре гөрләй. Баш ҡалала сауҙа тиҫтәнән ашыу майҙанда ойошторолдо.

Өфөнөң Дим биҫтәһендә ауыл хужалығы йәрминкәһе иртәнге минуттарҙа уҡ эшләй башланы. Халыҡ ауылда үҫтерелгән продукцияны кемуҙарҙан һатып алды.
Дим биҫтәһендә ойошторолған йәрминкәлә тиҫтәнән ашыу район ҡатнашты. Ауыл хужалығы эшсәндәре тир түгеп үҫтергән продукцияһын тиҙ арала ҡулаҡсаға  әйләндерҙе.
Көҙ муллығы - баҙарҙа тигәндәй, ауыл хужалығы йәрминкәһендә ниндәй генә продукция юҡ! Мәҫәлән, йылы көндәрҙең күптән тамамланыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер хужалыҡтар әлегәсә еләк һата. Бер стаканы 100 һумға тәҡдим ителә.
Ҡала халҡы айырыуса көньяҡ емештәрен күпләп һатып алды. Хаҡтар магазин кәштәләренә ҡарағанда сағыштырмаса арзан. Йөҙөм сортына ҡарап килограмы 50 һумға тәҡдим ителһә, кишер, кәбеҫтә, һуған, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләрҙе 15-18,  эремсектең 500 грамын 50 һумға һатып алырға мөмкин ине.
Шулай ҙа ҡайһы бер һатып алыусылар менән ризалашмаҫҡа ла була. Сөнки үҙ еребеҙҙә үҫкән йәшелсә-емеш сит илдеке менән сағыштырғанда күпкә арзан да, сифатлы ла. Ни бары үҙеңдекен һайлап, үҙебеҙҙекен һатып ала белеү генә кәрәк.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку