Изге байрам - Ҡорбан ғәйете яҡынлашты

Изге байрам - Ҡорбан ғәйете яҡынлашты 23.09.2015

Бар мосолман халҡы был байрамды лайыҡлы ҡаршылау өсөн әҙерлек эше алып бара - ҡорбанлыҡ малдар һимертелә, саҙаҡа ашына ҡунаҡ саҡырыла.

Аҡтау ауылынан Йәнбәковтар  ғаиләһе күпләп һарыҡ малын үрсетә. Йүнселдәргә район халҡы ҡорбанлыҡ мал артынан дини байрам алдынан ғына түгел, ә йыл дауамында мөрәжәғәт итә. Бөгөн Йәнбәковтар көтөүендә илленән артыҡ һарыҡ аҫырала. Был малдарҙы үрсетеү - тере аҡса, улар үҙ хаҡын аҡлай тигән фекерҙә хужалар. Алған килемде йүнселдәр хәләл тотона - ҡош-ҡортҡа, малға ем алына, хужалыҡ өсөн дә ҡулланыла.  Ғаилә үҙе лә ҡорбан салып, ауыл халҡын саҙаҡа итенән ауыҙ иттереүҙән ситтә ҡалмай.
Ваҡ малдарҙы үрсетеү, уларҙы тәрбиәләү еңелдән түгел. Көндә Йәнбәковтар һарыҡтарҙы йә ҡырҙа, йә ташландыҡ ферма биләмәһендә сиратлап көтәләр. Сөнки яңғыҙ ҡалған малдарға берәҙәк эттәрҙең ташланыуын көттә тор. Ҡорбанлыҡ малды ҡазаламайынса, һатып алыусыларға һарыҡты хәләл тапшырыу - изге бурыс.
Һуңғы йылдарҙа ҡорбан салыу халыҡ араһында киң таралды. Ғаиләне бәлә ҡазанан аралау, балалар һаулығы өсөн малды ҡорбанға килтереү күренеше изге байрам мәлендә генә түгел, ә йыл дауамында алып барыла.
Быйыл Баймаҡ ҡалаһы мәсетендә Ғәйет намаҙынан һуң бер һыйыр малы ҡорбанға салынасаҡ. Саҙаҡа ашы ашханала ашатыласаҡ, бынан тыш ҡорбан ите етемдәргә, аҙ тәьмин ителгәндәргә,мөмкинлектәре сикләнгәндәргә таратып биреләсәк.
Әлфиә Хәмитова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика