Изге байрам - Ҡорбан ғәйете яҡынлаша

Изге байрам - Ҡорбан ғәйете яҡынлаша 28.08.2017

Бар мосолман халҡы байрамды лайыҡлы ҡаршылау өсөн әҙерлек эше алып бара - ҡорбанлыҡ малдар һимертелә, саҙаҡа ашына ҡунаҡ саҡырыла. Байрамдың шартына ярашлы, был көндө матди мөмкинлеге булған кешегә  пар тояҡлы мал салыу фарыз.

Һарыҡ булһа ҡураңда - тәңкәң йөрөр кеҫәңдә тип халыҡ бушҡа  әйтмәгән. Малсылыҡтың был тармағын үҫтереп,  табышлы кәсеп  менән булышҡан Роберт Йосоповты Нуриман районында белмәгән кеше һирәктер. Әле фермерҙың хужалығында ике мең ярым самаһы һарыҡ малы иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе Романов тоҡомло.
Роберт Йосопов, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Һарыҡ итенең ауырлығы 22 килограмға тиклем тарта. Шунан артығының саманан тыш майы күп була. Йыл әйләнәһенә беҙҙең продукцияға ихтыяж кәмемәй. Был көндәрҙә иһә һарыҡтарға һорау бермә-бер артты».    
Ваҡ мал көтөү фермерға ҙур табыш килтерә. Айырыуса, махсус һимертелгән һарыҡтарҙы ҡорбанға тип күпләп алалар. Махсус ҡалдырылған һарыҡтарҙың көндәлек рационында бесәндән тыш, арпа, һоло һәм борсаҡ та ҡаралған. Киләсәктә фермер бәрәндәр һанын тағы ла арттырыға ниәтләй. Әммә бының өсөн тағы ла бер ҡура төҙөргә кәрәк.  
Әле һарыҡтарҙың һәр береһен 5-6 мең һумға һатып алырға мөмкин. Байрам  көндәрендә лә хаҡтар шул килеш һаҡланасаҡ, ти фермер.  Әйткәндәй, иң мөһим мосолман байрамдарының береһе хаж тамамланыуын белдерә, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.
Былтырға тиклем Нуриман районы фермеры һарыҡтарҙың бер өлөшөн Өфөгә лә килтергән. Әммә быйылдан ул был ниәттән баш тартырға йыйына. Сөнки байрам көнөндә мәсеттәр янына яҡын барып булмай. Уның ҡарауы, йылдан- йыл ҡорбанлыҡ малды хужалыҡтың үҙенән һатып алыусылар арта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку