Июнде бушҡа ғына һөтай тимәйҙәр

Июнде бушҡа ғына һөтай тимәйҙәр 30.06.2015

Был ай хужалыҡтар өсөн һауымды арттырыу өсөн иң уңайлы мәл. Тап июндә йыл һайын һауынсылар, малсылар араһында иң-иңдәрҙе билдәләү буйынса конкурс үтә. Бәйге  бер-береңдең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу йәһәтенән отошло. Баймаҡ ауыл хужалығы эшсәндәре сираттағы бәйгегә Ленин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһының йәйге лагерына йыйылды.

Һауынсы хеҙмәте еңел түгел. Ауыл ерендә улар таңғы сәғәттәрҙә иң тәүгеләрҙән булып эшкә тотона. Һауынсылыҡ эшен хәҙер үҙ итеүселәр һирәк. Бындай конкурстар бәйге генә түгел, ә белем камиллаштырыу, хаталар өҫтөндә эш дәрестәре лә булып тора,ти ойоштороусылар. Йыл да  конкурс төрлө хужалыҡ гурттарында уҙа. Был йәйге лагерҙарҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереүгә лә булышлыҡ итә. Конкурста ун ике һауынсы һәм дүрт техник ҡатнашты.
Бәйге бер-нисә этаптан торҙо. Конкурсанттар теоретик һорауҙарға яуап бирҙе, ваҡытҡа һауыу аппаратын ҡороп-йыйҙы, һауыу тәртибен ғәмәлдә күрһәтте. Һөттөң таҙалығына, ҡуйылығына ҡарап та баһа ҡуйҙылар. Таулыҡай йәйләүе тулыһынса заманса ауыл хужалығы ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Хужалыҡ «500 ферма» республика программаһында ҡатнаша. Шуға ла малсылар, һауынсыларға өйрәнерлек нәмәләр күп булды. 400 баш һауым һыйыры. һигеҙ һауынсы һауа. Алдынғы күрһәткестәр республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәнүзә Байегетовала.
Һауынсылар араһында беренселеккә «Рассвет» ауыл хужалығы предприятиеһы һауынсыһы Анастасия Баранова сыҡты. Әйткәндәй, ул быйыл Тәтешлелә уҙған республика конкурсында ла ҡатнаша, призлы урын яуламаһа ла яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.
Бәйгелә яһалма ҡасырыу эшен хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа оҫта атҡарыуы асыҡланды. Дүрт ҡатнашыусының өсәүһе гүзәл заттар. Лаборатория табип бүлмәһенә тартым. Техниктар һәр малды даими күҙәтә, уларҙың үҙ эшен эҙмә-эҙлекле атҡарыуынан  буласаҡ тыуым, тоҡомло малдар һанының артыуы бәйле. Яһалма ҡасырыусылар араһында үҙ һөнәрендә иң яҡшыһы тип «Рәсүлев» КФХ технигы Эльвира Ишмырҙина танылды.
Конкурсты райондың ауыл хужалығы идаралығы белгестәре  баһаланы.  Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дәртләндереү сараһы-аҡсалата премиялар тапшырылды. Иң мөһиме, ауыл ерендә тир түккән хеҙмәтсәндәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сара дауамында малсыларға Баймаҡ район мәҙәниәт йорто артистары матур концерт та тәҡдим итте. Тәбиғәт ҡосағында улар ял итеп,  бер-береһенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып таралды.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика