Итфест

Итфест 26.12.2015

Бөгөн Өфөлә ошондай үҙенсәлекле исем аҫтында тәүге ит фестивале үтте. Сарала ҡатнашыусылар менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та аралашты.

Ит фестивале Өфөлә тәүге тапҡыр ойошторола, әлегә тиклем баш ҡаланың һөт етештереүселәрҙе генә бергә йыйығаны бар ине. Сара Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтте, унда  ит ризыҡтары етештергән  өс тиҫтәгә яҡын предприятие һәм республика райондарынан  йөҙҙән ашыу  хужалыҡ ҡатнашты. Тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, сара баш ҡала халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.  Өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә төрлө уйындарҙа ҡатнашты, үҙебеҙҙә етешгтерелгән продукцияны һатып алды. Һайлау мөмкинлеге ҙур ине, сауҙа рәттәрендә һыйыр ите, йылҡыныҡы ла, һарыҡтыҡы ла,  ҡош-ҡорттоҡо ла бар. Фестивалдең төп маҡсаты үҙебеҙҙең етештереүселәргә булышлыҡ итеү һәм баш ҡалала ауылдарҙа киң таралған  һуғым  байрамына  оҡшаш сараға нигеҙ һалыу.  
Николай Коваленко, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Республикала малсылыҡ тармағы үҫешкән, Башҡортостандың һөт  иле булыуы яҡшы мәғлүм, хәҙер ит етештереүселәргә лә булышлыҡ итеү мотлаҡ. Быйыл  400 мең тоонаға яҡын ит етештереү ҡаралған,  был һан күҙалланғандан аҙыраҡ. финанс проблемалар ҡамасауланы. киләһе йылға  пландар тормошҡа ашырға тейеш. Фестивалгә килгәндә, бында  йүнәлештә эшләүсе предприятиеларҙың эшмәкәрлеге, төбәктә  етештерелгән  ит  продукцияһы төрҙәре тулы сағылыш тапҡан. Сара  ҡулланыусылар өсөн дә, етештереүселәр өсөн дә бик файҙалы тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку