Италия инвесторҙары Илештә

Италия инвесторҙары Илештә 15.03.2017

Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан «Заманса төҙөлөш технологияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механиктары Италияның  ЗАГО фирмаһы менән берлектә аҙыҡ таратыусы триплекс етештерә. Бөгөн Италия технологтары ауыл хужалығы техникаһы ҡуйылған халыҡ-ара күргәҙмәне лә ҡараны.

Лазер нуры  ярҙамында эшләүсе тимер ҡырҡыусы ҡорамал электрон программа буйынса буласаҡ машинаға бәләкәй деталдәр киҫә. Бындай бысаҡ ярҙамында ҡырҡылған өлөштәр теүәл һәм донъя сертификаттарына тап килә.
«Заго» фирмаһының малдарға ашлыҡ таратыусы ҡорамалы өс машинаны алмаштыра. Үҙе турай, фермаға килтерә һәм аҙыҡ тарата. Заманса мал фермаларында был алыштырғыһыҙ технологик асыш. Бындай  мал аҙығы таратҡыс линия  функциональ инновация һөҙөмтәһе. Системала 164 бысаҡ ҡулланыла. Италиянан мал аҙығын таратыу ҡорамалының аҫҡы өлөшө ҡайтарыла, тәгәрмәстәр һәм өҫкө өлөш Илеш районында үҙебеҙҙең материалдан етештерелә.
Илештәрҙең Италия инвесторҙары менән берлектә йыйылған мал аҙығын таратыу ҡоролмаһы Өфөлә үткән халыҡ-ара күргәҙмәлә урын алған. «Заго» ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе компания технологы Зарати Морицио Башҡортостан менән берлектә йыйылған мал аҙығын таратыу ҡоролмаһын юғары баһалай.
Зарати Морицио, Италияның «Заго» ауыл хужалығы техникаһын етештереү технологы: «Беҙ Илештә етештерелгән техниканан бик ҡәнәғәт. Уның сифаты йылдан-йыл яҡшыра ғына барасаҡ. Был төбәк менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ. Маҡсатыбыҙ - артабанғы хеҙмәттәшлек һәм баҙар стратегияһын бөтә Рәсәйҙә таратыу».
Илештәр менән йылына 48 мал аҙығы таратыу ҡоролмаһы йыйып һатыу баҙарына сығарырға килешелгән. Мал  һимертеүҙә һәм  ҡарауҙа  Болон һәм Падуан университеттары ғалимдары тәҡдим иткән алдынғы ысулдарҙы иң беренселәрҙән булып Илеш һәм Мәләүез райондарында  ҡуллана башлаясаҡтар.
Италия инвесторҙары Илештәр менән берлектәге эште бишлегә баһаланы. Сифатлы һәм өс машинаны алыштырыусы аҙыҡ таратыу триплексын эшҡыуарҙар киләсәктә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә тәҡдим итергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку