Ит сифатлымы, түгелме?

Ит сифатлымы, түгелме? 06.12.2014

Республиканың ветеринар күҙәтеү хеҙмәте тарафынан сауҙа майҙандарында рейдтар даими  үткәрелә. Тәртип боҙоусыларға 500-ән 1000 һумғаса штраф ҡаралған.

Ҡаҙылыҡ һатыу тыйыла. Был яңылыҡ Өфө йәрминкәһенә тәүге тапҡыр ҡатнашырға килгән Флүр Ғабдуллинды аптырауға  һалды. Ветеринарҙар белдереүенсә, ризыҡтың сифаты билдәһеҙ, тейешле ҡағыҙҙары юҡ. Был шулай уҡ тултырмаға ла ҡағыла. Пушкин баҙарында үткән рейдтың тәүге тәртип боҙоусыһы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, ауылдан килтерелгән ҡаҙылыҡ һатыуҙан  алынды.
Был йәрминкәлә башҡа тәртип боҙоусылар табылманы. Һатыусылар башлыса  Миәкәнән килгән. Әйтәйек, Фәтхетдиновтар ғаиләһе егерме йылға яҡын  ит менән сауҙа итә. Шуға ла эшҡыуарлыҡ нескәлектәрен улар яҡшы белә.
Роза Фәтхетдинова, ит һатыусы: «Беҙ гел башмаҡ, һарыҡ, ҡаҙ ите һатабыҙ. Картуф та килтерәбеҙ. Барыһы ла үҙебеҙ етештергән, үҫтергән тауарҙар».
Шулай ҙа һатыусылар ҡала ситендә ойошторолған йәрминкәгә халыҡтың аҙ йөрөүенә зарлана. Хаҡтар күтәрелмәгән. Ит тә етерлек.
Фаршат Зөбәйеров, ит һатыусы: «Элек күберәк ине һатып алыусылар, үткән йәрминкәләрҙә. Көндәр һыуытҡанғамы икән, һатып алыусылар ҙа юҡ. Иртәнән бирле торабыҙ».
Йәштәр һарайы алдында ойошторолған сауҙа майҙанында һатыу итеүселәр тейешле ҡағыҙҙарҙы теүәлләп өлгөргән. Ҡала хакимиәте белгестәре белдереүенсә, бында тикшереүҙәр даими уҙғарыла, сауҙа ныҡлы күҙәтеү аҫтында бара.
Марсель Шәрипов, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Һорау күп, халыҡ күпләп йөрөй. Бөгөн, әйтәйек, 172 һатыу нөктәһе бар. Күбеһенсә бында һыйыр ите, сусҡа ите, тауыҡтар».
Документтарға килгәндә, һатыусының ауыл хакимиәтенән малдың ҡайҙа  теркәлгәнлеге хаҡында справка, 4-се форма белешмә йәки 2-се формалағы ветеринар таныҡлығы булырға тейеш. Иткә  махсус тамға һуғыла. Әгәр ҙә инде ул бер аҙна эсендә һатылмай икән, продукцияны сауҙаға яңынан экспертиза үткәргәс кенә  сығарырға мөмкин.
Рәсил Усманов, Рәсәй ауыл хужылығын күҙәтеү хеҙмәтенең эске ветеринар идаралығы етәксеһе: «Бөгөнгө тикшереүҙәр үткәргәндән һуң, бер генә тәртип боҙоусы һатыусы булды. Пушкин баҙарында ҡаҙылыҡ һата ине. Ул өйҙә етештерелгән, һатыуға сығарылырға тейеш түгел».
Әйткәндәй, һатып алғанда иттең тейешле ҡағыҙҙары бармы-юҡмы икәнен һәр кем һорап ҡарай ала. Был, әлбиттә, теләк буйынса башҡарыла торған эш.
Ышаныс бер, шулай ҙа иғтибарлы булыу мөһим. Белгестәр билдәләүенсә, күп осраҡта һатыусылар райондан справкаһыҙ килә, иткә тамға һуҡтыртырға онота.
Алыҫ райондарҙан килеп баш ҡала халҡын ит менән тәьмин итергә ашыҡҡан һатыусыларға ҡаты һыуыҡтар ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Һатып алыусылар ғына булһын. Йәрминкәләрҙә тәҡдим ителгән ит иһә сифаты менән дә, хаҡы менән дә алдыра.  
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку