Ит ни өсөн ҡиммәтләнгән?

Ит ни өсөн ҡиммәтләнгән? 09.02.2015

Өфө халҡы «Йәштәр» һарайы алдындағы майҙанда ойошторолған йәрминкәлә ауыл тауарҙарына хаҡтарҙың юғары булыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.  

Благовар районынан Зөлфиә менән Илфат Ғөбәйҙуллиндар алтынсы йыл ит һата. Йәрминкәлә бигерәк тә йылҡы, һыйыр, һарыҡ ите үтемле. Йүнселдәр тәҡдим иткән продукция был юлы ла һатып алыусыларҙы тиҙ тапты.
Шулай ҙа бөгөнгө йәрминкәлә Өфөләр ауыл тауарҙарына хаҡтарҙың артыуына зарланды. Әйтәйек, һыйыр итенең  киллограммы 20-30 һумға күтәрелгән.
Ауыл уңғандары хаҡтарҙың күтәрелеүен тәбиғи тип билдәләй. Яңы талаптар буйынса сауҙаға сығарылған ит мотлаҡ рәүештә мал һуйыу цехтарында эшкәртелергә тейеш. Был өҫтәмә сығымдарға килтергән.
Йәрминкәлә шулай уҡ ҡош ите, балыҡ продукцияһы тәҡдим ителде. Бигерәк тә, ҡаҙ ите үтемле ине, уның  килограммын 350 һум менән һаттылар. 35 йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Рәфис Мөхәмәтшин иһә бал алып килгән. Ит ҡиммәтләнһә лә, әлегә тәмле ризыҡҡа хаҡты күтәреү урынһыҙ, ти эшҡыуар.
Йәрминкәләр етештереүсе өсөн дә, һатып алыусы өсөн дә берҙәй файҙалы. Иттең хаҡына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күп булһа ла, халыҡ уны күмәртәләп тигәндәй һатып алды. Тимәк, ауыл продукцияһына ихтыяж бар. Хаҡтар ғына тотороҡло булһын.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку