Ит ҡиммәтләнһә лә ихтыяж кәмемәй 28.02.2015

Өфөнөң Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда ойошторолған сираттағы йәрминкә гөрләп үтте. Район хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте.

Ауырғазы районынан Мөҙәрис Мәһәҙиев малсылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Йәрминкәлә ул  йылҡы итен 320-350 һум менән тәҡдим итә. Иттең ҡиммәтләнеүен йүнсел тәбиғи тип иҫәпләй.
Иттең хаҡына ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күп булһа ла, барыһы ла ауылдан килтерелгән продукцияның баҙарҙыҡына ҡарағанда сифатлыраҡ булыуын билдәләй. Баш ҡала халҡы йәрминкәләрҙе көтөп ала.
Йәрминкәнән халыҡ өҙөлмәне. Балыҡ менән һатыу иткән сауҙа нөктәһендә, хатта,сират барлыҡҡа килгәйне. Шулай уҡ һыйыр, ҡош ите лә үтемле булды. Күркә ите менән дә ҡыҙыҡһыныусылар табылды.
Ҡыш аҙағында  балдан да баш тартыусылар булманы. Уның бер литры уртаса өс йөҙ һум . Егерме йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Зөлфәт Ниғмәтуллиндың да сауҙаһы уңышлы башланған.
Һөт ризыҡтары, үҫемлек майы, емеш-еләк, йәшелсә - республика йүнселдәренең тауар ассортименты был юлы ла бай һәм үтемле булды.
Бындағы продукция сифаты менән дә, хаҡы менән дә алдыра. Күреүегеҙсә, ихтыяж да ҙур. Тимәк, көҙҙән башланған йәрминкәләрҙең 1 мартҡа тиклем дауам итеүе ауыл уңғандары өсөн генә түгел, баш ҡала халҡы өсөн дә уңайлы булған.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика