Ишембай районында эйәһеҙ йылҡы малдарына бәйле хәл ҡуйырғандан-ҡуйыра

Ишембай районында эйәһеҙ йылҡы малдарына бәйле хәл ҡуйырғандан-ҡуйыра 16.09.2017

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәһеҙ кеше малдарҙы атҡайны. Ул саҡта урында йәшәүсе йылҡысы зыян күрә. Ә ғәйеп баҫыу хужаһына төшә. Тикшереү эше әле лә дауам итә. Ҡарауһыҙ йылҡы малдары иген баҫыуҙарын иңләй.

Был кадрҙарҙы беҙҙең редакцияға Айҙар Хужахмәтов ебәргән. Хатында фермер урындағы халыҡ менән көрәшеүҙән ялҡыуын  билдәләгән. Йәй башынан алып эйәһеҙ малдар баҫыуҙарҙы тапай. Бигерәк тә Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы эргәһендәгеһе ныҡ зыян күргән.
Ауылда йәшәүселәрҙең береһе һыйырҙарҙы имгәтеүен белдереп фермерҙы ғәйепләп тә маташа. Полиция хеҙмәткәрҙәре саҡыртыла, ләкин шик асыҡланмай. Мал хужаһы әле лә ауыл тирәләй булған бәхетһеҙ хәлдәрҙе лә баҫыу хужаһынан күрә.
Малдарының ҡарауһыҙ йөрөүен ул яҡшы белә. Административ хоҡуҡ боҙоуҙарын ғына аңлап етмәй. Штраф күләме лә 15 меңгә яҡын. Тик уны һалыусыһы ғына юҡ, ти Айҙар Хужахмәтов. Быға бәйле, ул район хакимиәте тупһаһын күп тапҡырҙар тапаған. Ләкин яуабын ғына көтөп ала алмай. Ҡарайған ауылы фермеры ла шулай уҡ, йылҡы малдарын атыуҙа ғәйепләнгән. Шик раҫланманы. Йылҡылар әле лә баҫыуҙа йөрөүен дауам итә.
Фермерҙар ҡарауһыҙ малдарҙан күргән зыян күләмен иҫәпләй. Өҫтәүенә, район иҡтисады ла ҡаҡшай. Уңыштың булмауы кеҫәгә һуҡмай ҡалмаясаҡ ти ауыл эшсәндәре. Фермерҙар район етәкселеге ярҙамын көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку