Ишембай районы фермеры ғаилә крәҫтиән хужалығын үҫтереү өсөн ҙур күләмдә грант отҡан

Ишембай районы фермеры ғаилә крәҫтиән хужалығын үҫтереү өсөн ҙур күләмдә грант отҡан 10.08.2015

Бөгөн предприятиела биш тиҫтәнән ашыу һыйыр, йәнә шул сама йылҡы, һарыҡ малы иҫәпләнә. Йүнсел хужа эко-туризмды үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Әле иҫке ҡураларҙа мал-тыуарға урындар тар. Шуға күрә 10 миллион һумлыҡ грантҡа фермер ҙур өмөттәр бағлай. Иң мөһиме, хәҙер районда тағы ла бер һөтсөлөк фермаһы барлыҡҡа киләсәк. Был яңы эш урындары буласаҡ тигән һүҙ.

Александр Турчин, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе «План буйынса  беҙҙә һөтсөлөк фермаһын төҙөү өсөн 20 млн һум ҡаралған. Ул бөтә технологик процесты: һауындан алып, мал-тыуарҙарға шарттар тыуҙырыуға тиклемге уңайлыҡтарҙы күҙ уңында тота».
Әле 6 гектар ерҙә ферма төҙөлөшө башланған. Урын экологик йәһәттән дөрөҫ һайланған. Яҡын арала йүнсел хужа май, сыр һәм башҡа һөт продукцияһын етештереүҙе лә яйға һалмаҡсы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика