Иш янына ҡушмы әллә етди шөғөлмө? 11.09.2015

Кушнаренко селекция үҙәге үҙенең төп эшенән тыш иген культуралары үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Яҙын сәселгәндәре бик уңмаһа ла, көҙгө арыш менән көҙгө бойҙай ҡатнашмаһынан үҫтерелгән тритикале быйыл гектарынан 30 центнерғаса уңыш бирә.

Кушнаренко селекция үҙәгенең төп эше емеш-еләк үҫтереү булһа ла, хужалыҡ иҫәбе нигеҙендә иген культуралары менән дә шөғөлләнеү уларға өҫтәлмә табыш килтерә.
Зинир Сибаев үҙенең ЗИЛ-132 маркалы машинаһында ялланып эшләй.Ташылған иген өсөн аҡсаһын ваҡытында алғас быйыл да ул Кушнаренко селекция үҙәгенә ярҙамға килгән.
Көндәр август айында сағыштырмаса яҡшы булды ти игенселәр. Ә инде сентябрь яуындары яҙын сәселгәндәрҙе йыйып алырға ныҡ ҡамасаулай. Игенде Хөкүмәт ҡушыуы буйынса түгел, ә орлоҡҡа һатыу өсөн үҫтереү селекция үҙәгенә үҙаллы эшләү ирке бирә.Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтының питомниктары үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеп эшләй. Уның Шишмә селекция үҙәге иген культураларының яңы сортын сығара, ә инде Кушнаренко селекция үҙәге уны еренә еткереп үҫтерә. «Сулпан-7», «Инйәр»сортлы ҡара бойҙай, «Экада-70»яҙғы бойҙайы һәм арпа быйыл уңманы. Көҙөн сәселгән тритикале инде гектарынан 30 центнерғаса мул уңыш бирә.
Был совет кинохроникаһынан алынған кадрҙар түгел.30-40 йыл элек сығарылған «Нива» комбайны әле лә эшкә ярап ята. Эш туҡталмаһын өсөн комбайнер шкиф-ҡайыш кеүек кәрәк яраҡты янында йөрөтә. Кушнаренко селекция үҙәге яландары ҡарап тороуға «комбайндар музейын хәтерләтә»,уларҙың боронғолары ла, замансалары ла тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләй. Теләгән - тапҡан әмәлен булып сыға түгелме?
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика