Иртәгә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында «Урал аръяғы-2016. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ - идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем» тип аталған форум башлана

Иртәгә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында «Урал аръяғы-2016. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ - идеянан алып тормошҡа ашырғанға тиклем» тип аталған форум башлана 09.06.2016

Ике көнгә иҫәпләнгән сарала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары һәм уны хәл итеү юлдары, дәүләт ярҙамы, шулай уҡ халыҡтың мәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар булдырыу кеүек мәсьәләләрҙе тикшереү күҙаллана. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда күп кенә хужалыҡтар ныҡлап аяҡҡа баҫа. Баймаҡ районында мәҫәлән, йылҡысылыҡ тармағына өҫтөнлөк биреүселәр күп.

Бейәләр көнөнә өс тапҡыр, ҡайһы саҡта ике сәғәт һайын һауыла. Ирәндек буйында элекке Мостай ауылы эргәһендә урынлашҡан фермер хужалығында тик башҡорт аттары ғына үрсетелә. Йүнселдәр тоҡомдо һаҡлау эшен алып бара. Килем сығанағы булараҡ ҡымыҙ етештерелеп һатыуға сығарыла. Әлегә 300-гә яҡын йылҡы иҫәпләнә.
Ә Темәс ауылында йәшәүсе Байрас Ҡотлоғәлләмов йылҡысылыҡҡа  ныҡлап 2013 йылда тотона. Фермерлыҡ эшен ойошторғанда йылҡылары 100 баш иҫәпләнһә, хәҙер өйөрө ике тапҡырға артҡан. Төбәктә ҡымыҙ етештереүселәр күп булғанға, йүнсел ит һатыу менән дә шөғөлләнә.
Йүнсел ат өйөрө алыҫҡа китмәһен, иген баҫыуына төшмәһен өсөн үҙенсәлекле алым ҡуллана. Малдарҙы ул айыу тиреһе ярҙамында ҡурҡыта.
Ә инде өйөр айғырының айыу тип хужаһына ташланыуынан да бер кем һаҡланмаған, ти Байрас Ҡотлоғәлләмов. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, уларҙы үрсетеү мәсьәләһен Урал аръяғында йәшәүселәр яҡшы белә. Конкуренция юғары булыуға ҡарамаҫтан, йылҡысылыҡ барыбер килемле шөғөл булып ҡала. Ҡымыҙ етештереп һатыуҙы миҫалға алғанда ғына ла, берәүҙәр милли эсемлекте күрше район-ҡалаларға оҙатһа, икенселәренең үҙ һатып алыусылары өйҙәренән үк килеп ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика