Иртәгә Салауат Юлаев майҙанында 6-сы Һөт иле фестивале үтә 02.09.2016

Сарала республиканың төп етештереүселәре, фермер хужалыҡтары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк.  Ойоштороусылар 20 интерактив майҙансыҡ, шул иҫәптән һөт кафелары, ГТО зонаһы һәм хатта, караоке сәхнәһе лә әҙерләгән.

Тағы ла бер яңылыҡ - ФИФА -16 уйыны буйынса ғәмәлдәге донъя чемпионы, Өфө футбол клубы өсөн сығыш яһаусы  Роберт Фәхретдинов ҡатнашлығында киберспорт майҙаны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ былтыр фестивалгә 40 меңдән ашыу  ҡунаҡ йыйылып, барлығы 10 тонна һөт эскән.  
Андрей Даниленко, милли һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе: «Беҙҙең союздың мәғлүмәттәре буйынса, бер генә илдә лә Башҡортостандағыға  оҡшаш күләмле фестивальтуҙғаны юҡ.  Был бик үҙенсәлекле сара. Кеше һаулығы өсөн мөһим төп аҙыҡтарҙың береһенә арналған фестиваль үҙ һөҙөмтәләрен бирә башланы ла инде».
Байрам уңайынан 1 сентябрҙән дүртенә тиклем Зәки Вәлиди урамының Аксаков һәм Ғафури урамдары арауығы ябыла. Быға бәйле, йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһы ла үҙгәрҙе. Фестиваль мәленә  ваҡытлыса туҡталыштар билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика