Иртәгә - Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Иртәгә - Халыҡтар берҙәмлеге көнө 03.11.2014

Ошо уңайҙан был көндәрҙә республиканың барлыҡ ҡала-райондарында ла байрам саралары үтә. Мәҫәлән,  Туймазы ҡалаһында  ауыл хужалығы йәрминкәһе һәм концерт ойошторолдо.  Йүнселдәр  һатыуға үҙҙәре етештергән продукцияны сығарҙы.

Ауыл эшсәндәре халыҡҡа ит, йәшелсә, картуф, икмәк, йәшелсә консервалары һәм һөт  продукцияһы тәҡдим итте. Бынан тыш, cауҙала  бал, хужалыҡ тауарҙары ла бар ине. Экологик яҡтан таҙа ризыҡты ҡала халҡы ихлас һатып ала. Хаҡтар ҙа  сағыштырмаса түбән ине. Йәрминкәлә һатылған ит белгестәр тарафынан махсус тикшереү үтә. Шуға ла сауҙа рәттәрендәге продукция бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Ҡалала йәшәүселәр кинәнеп ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек запасын туплай. Йәрминкәгә килеүселәр ҡаланың ижади коллективтары ойошторған сағыу концерт та ҡарай алды. Бынан тыш, майҙанда төрлө уйындар уҙғарылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика