Иртәгә баш ҡалаға «Һөт иле» фестиваленең төп геройҙары: һыйырҙарҙы килтерәсәктәр

Иртәгә баш ҡалаға «Һөт иле» фестиваленең төп геройҙары: һыйырҙарҙы килтерәсәктәр 24.08.2017

Етенсе тапҡыр  уҙғарылған күләмле байрам  26 август баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында үтә.

Быйыл «Һөт иле» фестивале бығаса булмаған күләмдә ойошторола. Унда ҡырҡтан ашыу майҙансыҡ эшләйәсәк. Йөҙгә яҡын хужалыҡ һәм эшҡыуар үҙ продукцияһын сығарырға теләк белдергән. Ғәҙәтләнгән һөт йәрминкәһе, мал ҡураһы, балалар өсөн төрлө викториналарҙан тыш, бик күп яңы саралар ҙа әҙерләнгән.
Быға тиклемге фестивалдәрҙән айырмалы, халыҡҡа һөт етештереү технологияһын да күрһәтәсәктәр. Ғөмүмән быйыл һөтсөлөк өлкәһендәге заманса техникаға  иғтибар буласаҡ. Байрамға килеүселәр хатта фермаларҙа эшләүсе роботтар менән дә таныша аласаҡ. Бынан тыш, республиканың төрлө малсылыҡ комплекстарына виртуаль ысынбарлыҡта сәйәхәт итеп буласаҡ.
Азат Фазлыев, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты: «Малсылыҡ тармағында бар эште лә ҡул менән башҡаралар тип яңылышыусылар ҙа күп. Ауыл хужалығында  ла технология бер урында тормай. Һөтсөлөк өлкәһендә аҡыллы техника, заманса ҡорамалдар ҡулланыла.Халыҡ быны белергә тейеш. Шуға ла быйыл һөт етештереү, эшкәртеүҙә ҡулланылған  технологияларҙы күрһәтәсәкбеҙ. Был иһә ауыл хужалығы һөнәрҙәренең абруйын арттырасаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку